Все новости
Редакция почтаһынан
17 Сентября 2019, 14:50

Ҡунаҡбайҙар «Айыҡ ауыл» акцияһын тəбрик итə!

Көйөргәҙе районы халҡы “Айыҡ ауыл” акцияһына ихлас ҡушылды. 11 сентябрҙә Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөндә лә күп ауылдарҙа, ойошмаларҙа, мәҙәниәт йорттарында эскелеккә ҡаршы саралар ойошторолғайны.
Ҡунаҡбай ауылы халҡы ла был саранан ситтә тороп ҡалманы. Бында кис көнө балалар менән төрлө уйындар, “Тәмлекәстәр” фестивале үткәрелде. Молокан ауылында эшләгән Лиана Ғафарова мәҙәниәт йортонда балалар менән “Тәмлекәстәр” түңәрәге ойоштороп ебәреп, үҫмерҙәр менән төрлө торттар эшләйҙәр икән. Улар балалар, үҫмерҙәрҙең буш ваҡыттарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә тырышалар. Был түңәрәккә Ҡунаҡбай ауылынан да үҫмерҙәр менән йәштәр ҡушылды. Улар өс командаға бүленешеп, халыҡ алдында билдәле ваҡыт эсендә төрлө торттар эшләнеләр. Байрамда халыҡ менән “Эскелек. Тәртип. Айыҡ ауыл” темаһына әңгәмәләр ойошторолоп, концерт номерҙары ла күрһәтелде. Рәсимә Ғайсинаның бейеүҙәрен халыҡ алҡышлап ҡаршы алды. Ауыл халҡының барыһы ла берҙәм генә “Айыҡ ауыл” акцияһында ҡатнашырға риза булды һәм йәштәр менән үҫмерҙәр флешмобҡа ҡушылды. Ермолаево ауылы биләмәһендә эштәр идарасыһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Оксана Вячеславовна Кузнецова менан ауыл старостаһы Рәүеф Рәфис улы Вәлитовтың, фельдшер Миләүшә Илшат ҡыҙы Гәрәеваның докладтарын ауыл халҡы ихлас күңелдән тыңланы. Йәштәр өсөн үткәрелгән дискотека ла бар халыҡ өсөн оло байрамға әүерелде. “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух”,- тигәндәй, “Айыҡ ауыл” акцияһына ҡушылған Ҡунаҡбай ауылы халҡына уңыштар теләйек. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тәмле ризыҡтарын бешереп, өйҙәрен йылы итеп тотоп, балаларын матур кейендереп ҡарап үҫтерһендәр. Ә ысын-ир егеттәребеҙ уларҙың тормошондағы ныҡлы терәге булып, һәр саҡ эргәләрендә ҡалһындар ине. Ауылда йәштәр өй һалып, донъя ҡороп, Ҡунаҡбай ауылын нурландырып йәшәһендәр! Афарин, ҡунаҡбайҙар! Шулай итеп яҡташ шағирәбеҙ Зөбәржәт Йәнбирҙинаның тыуған төйәге гөрләп тора һәм тағы ла сәскә атыр, тип ышанабыҙ.
Йәмилә РАМАҘАНОВА,
“Йәшлек” мәҙәниәт һарайы режиссёры
Читайте нас: