Все новости
Редакция почтаһынан
25 Октября 2019, 12:03

Һоҡланғыс инәйебеҙ

Эй һеҙ, башҡорт әбейҙәре,
Нур һибә йөҙҙәрегеҙ.
Шуға күрә лә яҙ һымаҡ
Һеҙҙең ал йөҙҙәрегеҙ.
Сәстәргә аҡ ҡарҙар ҡунһалар ҙа,
Яҙҙар йәшәй һеҙҙең күңелдә,
Өйрәнһендәр йәштәр һеҙгә ҡарап
Һоҡланырлыҡ тормош көтөргә.
Был шиғыр юлдары беҙҙең ауыл әбейе Мәймүнә инәй Сәғитоваға тура килеп кенә тора. Уға 78 йәш. Ләкин инәйгә был йәште биреп тә булмай. Ул баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, инәйебеҙ ҡайһы бер йәштәребеҙгә ҡарағанда өлгөрөрәк, емертеп эшен эшләп кенә ҡалмай, ауылдың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Мәктәптә, клубта үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. Хатта, башҡалар менән бергә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Кинйәбай башланғыс мәктәбендә уҙғарылған этношәмбелә лә ҡатнашырға ваҡыт тапты. Тоталь диктант яҙыусылар араһында иң өлкәне ине ул. Әйткәндәй, диктант өсөн инәйебеҙ «5» билдәһе алды.
Беҙҙең балалар араһында үҙе әйтмешләй «боларып» йөрөгәне өсөн Мәймүнә инәйгә ҙур рәхмәт әйткебеҙ килә. Һоҡланғыс инәйебеҙгә һаулыҡ, ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы, күңел көрлөгө һәм артабан да шундай дәртле булып ҡалыуын теләйбеҙ!
Рәмзилә ҒӘББӘСОВА
Кинйәбай ауылы
Читайте нас: