Все новости
Редакция почтаһынан
25 Октября 2019, 11:32

УҢҒАН КИЛЕНЕБЕҘ

Районыбыҙҙың Таймаҫ ауылы һылыуы Фәнилә Бикбирҙина Гөльямал апай менән Зиннәт ағайҙың татыу ғаиләһендә дүрт малай араһында донъяға килә. Бәләкәйҙән сос ҡыҙыҡай тырышып уҡып, Күмертауҙағы һөнәрселек училищеһында белем ала. Аҙаҡ ул оператор-фрезеровщик булып ҡалалағы вертолет эшләү заводына эшкә урынлаша. Уңған ҡыҙ бында ла үҙен һынатмай.
1983 йылда Үрге Бабалар ауылына килен булып төшә. Өлфәт Ғәбдрәүф улы Хәлитов менән ең һыҙғанып донъя көтәләр. Өс баһадирҙай улға ғүмер бирәләр. Әммә ләкин матур гөрләтеп донъя көтөп ятҡанда, алты йыл элек, ҡәҙерле тормош иптәше вафат була. Ни ҡәҙәр ауыр булһа ла беҙҙең уңған киленебеҙ, балаларына ярҙам кәрәк тиеп, малдарҙы кәметмәй, рухи көс менән, ҡаршы елдәргә бара. “Искра” колхозында ең һыҙғанып эшләй, бәрәс ҡарауҙамы, ҡымыҙ эшләүҙәме, йәйге селләлә лә өсәр гектар сөгөлдөр утауҙамы, ниндәй генә эшкә тотонһа ла еренә еткереп башҡара.
Көйөргәҙе мәктәбе асылыуы менән, йыйыштырыусы булып эшкә керә, хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт итә. Хеҙмәт ветераны исеменә лә лайыҡ була. Ике ҙур улы өйләнеп, Илфат менән Рифат Күмертау ҡалаһында төпләнәләр. Кесе улдары Риваль Өфөләге Йылға училищеһын уңышлы тамамлап, эшләп йөрөй. Фәнилә Зиннәт ҡыҙы Килендәрен үҙ ҡыҙҙары һымаҡ ярата. Йәйге каникулда өс ейәне, бер ейәнсәре өләсәһе ҡарамағында, рәхәтләнеп өләсәй ҡуйынында ял итәләр. Бөтә ауылдаштарым исеменән ҡәҙерле, ауылда хөрмәт менән ҡаҙанған, уңған, егәрле киленебеҙ Фәнилә Зиннәт ҡыҙын 60 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уға иҫәнлек-һаулыҡ, арыу-талыу белмәҫ беләгеңә көс-ҡеүәт, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлығына, ҡыуанысына төрөнөп йәшәүеңде теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән Фәүриә Йөсөпова. Үрге Бабалар ауылы.
Читайте нас: