Беҙ, Зәк-Ишмәт ауылы әртистәре, Свобода ауылы мәҙәниәт йортонда Г.Исхаҡовтың «Яралы яҙмыш» спектакле менән сығыш яһаныҡ. Татарса спектакль ҡуйыу — Свобода ауылы тарихында тәүге тапҡыр икән. Тамашасылар булмаҫ инде, тип ҡурҡып ҡына килгәйнек бында, әммә ҡурҡыуыбыҙ бушҡа булған — зал туп-тулы ине. Беҙҙе шул тиклем йылы итеп ҡаршы алдылар, хатта, сәй өҫтәле әҙерләп ҡуйғандар. Спектаклдә барған һәр күренеште ҡул сабыуҙар менән оҙата барҙылар. Ә иң һуңында тамашасылар аяҡ өҫтө баҫып, дәррәү алҡышҡа күмделәр, беҙҙе шул тиклем ныҡ ҡыуандырҙылар. Клуб мөдире Наталия Кальченкоға, «Россияночка» ансамбле ағзаларына ҙур рәхмәтлебеҙ. Баянсылары ла матур итеп татар көйҙәре уйнап, беҙҙе рәхәтләндереп бейетте.
Үҙебеҙҙең әртистәргә лә рәхмәттәребеҙ ҙур. Зәк-Ишмәт ауыл советы хәкимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдиновҡа айырым рәхмәт әйтке килә. Отпускыламын, ял итәйем, тип торманы, беҙҙең менән бергә репетицияларға йөрөнө. Спектакль әҙерләүе еңел түгел. Кемделер ҡатыны, кемеһендер ире ебәрмәй. Ҡайһылары эштәренән китә алмай. Бына оҫта әртисебеҙ Айҙар Рәшитовтың да Себерҙән эштән ҡайтҡанын көтөп кенә торабыҙ. Һәр әртисебеҙ үҙҙәренең ролен еренә еткереп башҡарҙы, уларға афарин тиергә генә ҡала.
Әммә, шулай ҙа, әллә ҡасандан инде бер нәмә күңелде ныҡ ҡыра. Ул да булһа, район мәҙәниәт бүлегендә эшләүселәрҙең ошондай сараларға килмәүҙәре. Был юлы беҙ Свободаға штандарт тапшырҙыҡ. Шул ваҡытта ла мәҙәниәт бүлегенән берәү ҙә булманы. Ситтә ятып ҡына беҙҙең эште нисек баһалайҙар икән улар? Шуныһы ҡыҙыҡ. Оҙаҡ йылдар буйы район мәҙниәт бүлеген етәкләгән Фәнир Малбаев ял тип тормай, һауа торошона ла ҡарамай һәр сараға килеп етә торғайны. «Йәшлек» мәҙәниәт һарайының режиссеры Любовь Пиялкина ла тыуған көнө булһа ла, буран булһа ла, кәрәк икән йыраҡ тип тә тормай, килә лә етә ине. Мәрйәм Юлдыбаева ла шулай уҡ һәр ваҡыт килде.
Бер яҙғанда шуны ла яҙып үткем килә: яңыраҡ районда патриотик йыр конкурсы уҙҙы. Был конкурсҡа беҙ ҙә әҙерләнгәйнек, әммә бара алманыҡ. Машина биреүен бирәләр, әммә унда барып ҡайтырға бензин өсөн нишләп гел генә үҙебеҙ түләргә тейеш икән ул? Шул хәл дә аптырауға ҡалдыра...