Әсәһе гүр эйәһе булғас, Вәсилә ҡаланан ауылға күсенеп ҡайтты. Күптән түгел генә пенсияға сыҡҡан бисәнең әле, яңы тормош башлап, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырарға, баҡса үҫтерергә дәрте лә бар, дарманы ла етерлек ине. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡалалағы тормошоноң ҡото булманы уның. Ирҙәрҙән уңманы. Береһе эскесе булды, икенсеһе – эт ялҡауы, өсөнсөһө – бер генәйәлпелдәгән итәкте урап үтәлмәгән йөремтәл әҙәм аҡтығы... бәлки ошо сәбәптәрҙер, бәлки башҡаларылыр, балаһы ла булманы.
Хәйер, һүҙебеҙҙе бик алыҫтан башланыҡ, булһа кәрәк. Эйе, бәшмәктәр... Йәйҙең һуңғы көндәрендә баҡса ултыртып булмай, ҡош-ҡортон да, баҡсаһын да киләһе яға ҡалдырып торорға тура килер. Ә бәшмәк йыйып килтерергә, тоҙларға, консерваларға әле форсат етерлек. Вәсиләнең бәхетенәлер, шифалы ямғырҙар дөбөр-шатыр ҙа, шыбыр-шыбыр ҙа яуып уҙҙы, аулға терәлеп кенә торған урманда бәшмәк ишелеп уңды. Халыҡ урманға ябырылды. Эт ҡыуа тип бет ҡыуа тиҙәр, Вәсилә лә ҙур кәрзин тотоп, тәбиғәт байлығынан өлөш эләктереп ҡалырға ашыҡты. Бәшмәк, ысынлап, күп ине. Ниндәйе генә юҡ: вағы ла, эреһе лә, ағы ла, һороһо ла, һарыһы ла, йәшеле лә... Хатта күҙ яуын алып ултырған аҡ тимгелле ҡыҙылы ла. Быныһы себен бәшмәге, ул ағыулы, уныһын алырға ярамай. Ә тағы ҡайһылары ағыулы, ҡайһылары зарарһыҙ икән һуң? Вәсиләнең был турала мәғлүмәте сикле, быға саҡлы уның бәшмәккә йөрөгәне булманы.
Нишләһен, буш кәрҙин күтәреп ҡайтып китә алмай бит. Йыйҙы. Эреләрен, шымаларын, матурҙарын һайлап-һайлап йыйҙы. Хәйер, күрер күҙгә йәмһеҙерәктәрен дә, ҡайһы бер йүнһеҙҙәр кеүек, типкеләп йөрөмәне. Урталары соҡор, соҡорҙарына сүп-сар тулған, таҙартһаң ярар әле тип, кәрзиненә һала барҙы. Ҡыҫҡаһы, ике сәғәт тә үтмәгәндер, өйәләмә кәрзин бәшмәк тултырып алып ҡайтты.
Хәүефе эсен тырнап тора ине лә , уныһына ла бер яй табылды. Уң яҡ күршеһе Хәлиулла ҡарт бөтә ғүмере буйы урман ҡарауылсыһы булып эшләне бит. Бәшмәктәрҙе ул да белмәгәс, тағы кем белә?! Бисә урман байлығын полиэтилен япмаға таратып ташланы ла үҙ ишеге алдында нимәгә тотонорға белмәй йөрөгән ҡартҡа өндәште.
- Күрше, инеп кенә минең бәшмәктәрҙе аралашып бир әле! Ағыулыһын ашап, йән тәслим ҡылып ҡуймайым...
- Ҡарт ҡапыл ғына эш табылыуына ҡыуанып та китте, булһа кәрәк. Ике урталағы ҡапҡанан йүгереп кереп тә етте. Ҡомо ҡойолоп барһа ла, дәрте һүрелеп бөтмәгән ине, ахырыһы. Тәү йоторҙай итеп күршеһенең өҫтөн-башын барлап алды, унан япмала таралышып ятҡан бәшмәктәргә күҙ һалды.
- - И-и-и күрше, күрше, ағыулыларын да йыйғанһың бит! – тип бисәне битәрләй-битәрләй, әлеге бысраҡ бәшмәктәрҙе күнәккә тултыра башланы. – Ҡалғанын ашаһаң да ярай. – тип хәйләкәр йылмайҙы ҡарт, эш тамам булҡас.
- Бер күнәк бәшмәк! Йәл бит! Инде ни эшләтәйем мин уларҙы, күрше?
- Тауыҡтарыңа ташла, “ә” тигәнсе һыпыртып ҡуйырҙар, һылыу – Ҡарт мауығып китеп, күршнһенең билен һыйпап уҡ алды.
- Минең тауыҡтарым юҡ та инде, Хәлиулла бабай...
- Һинеке булмаһа, минекеләр бар...
- Бәй, ағыулы бәшмәк ашап тауыҡтарың ҡырылмаҫмы һуң?
- Тауыҡҡа сурт булһын ти мени? Уларҙың ашҡаҙаны быяланы ла эретә!
- Хәлиулла ҡарт күрше бисәнең күҙе алдында әлеге күнәкте үҙ яғына сығарып түңкәрҙе. Мәсьәлә хәл ителде.
- Вәсилә төшкөлөккә бәшмәк ҡурҙы, сәй эсергә һул яҡ күршеһе Шәүрәне лә саҡырҙы. Рәхәтләнеп, ҡурыҡмайынса ағыуһыҙ бәшмәк тә ашанылар, яйлап, серләшә-серләшә сәй ҙә эстеләр. Инде, сынаяҡтарҙы ҡаплап урындарынан тора башлағас, Шәүрә хәлиулла ҡарт йорто яғына сыҡҡан тәҙрәгә ташланы һәм ҡысҡырып ебәрҙе.
- Ҡара әле, ҡара, күрше, теге ҡарт төлкө ни эшләй ул?!
Хужабикәнең йөрәге “жыу” итеп китте. Күршеһенең ағыулы бәшмәк суҡыған тауыҡтары тәгәрләшеп яталар микән әллә? Ул ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына тәҙрә янына янына килде һәм телһеҙ ҡалды. Хәлиулла ҡарт, тауыҡтарға тип ташланған бәшмәкте йыйып алған да, алан-йолан ҡаранып өйөнә инеп бара ине.
Кәпәсбаштың* бар бәшмәктәр араһында иң тәмле бәшмәк булыуын Вәсилә һуңынан ғына белде.