Все новости
Редакция почтаһынан
8 Ноября 2019, 14:49

Сүп-сар ниңә күбәйҙе?

Элек бар нимәнең дә ҡәҙерен белдек. Хатта картондан яһалған коробкаларҙы табып булмай ине. Малдарҙың һөйәктәрен, йөнөн, тиреһен дә йыйната торғайнылар. Уҡыусыларға, һин шул хәтлем килограмм нәмә тапшырырға тейешһең, тигән әмер ҙә булды. Малдарҙың тиреҫенән баҫып тиҙәк һуға инек. Хатта көлдәрҙе лә йыйып баҫыуға алып сығыр булдылар. Баҫыу һаҡсыһы ла бар ине, ул бер туҡтауһыҙ ат менән йөрөр булды. Бер йылы ҡаҙҙарҙы ла көттөрҙөләр, беҙ Хәмзә Харисов менән икәү ҡаҙҙар көттөк, сөнки Шайтан йылғаһы эргәһендә сәсеүлек ине. Әле бер яғында ғына сәсеүлек, ә ауыл яғындағыһын ташланылар. Хәҙерге һымаҡ туғайға мал төшөрөү ҡайҙа инде, ҡыҫҡаһы, элек тәбиғәтте ныҡ һаҡланылар, ауылдар ҙа таҙа ине. Еләк ваҡытында тимерлек урынлашҡан ергә генә сығып ашай торғайныҡ. Рәсүлебеҙ Мөхәммәт йылға-һыуҙарға хатта кесе йомошоғоҙҙо ла үтәмәгеҙ тип әйтеп ҡалдырған. Йылғаларҙы таҙартҡанда нимәләр генә сыҡмай бит. Үҙ ҡулдарыбыҙ менән һыуға ташлаған сүптәр улар. Сүп ташлау беҙҙең ғәҙәткә кергән. Сүп мәсьәләһе бөгөн көн үҙәгендә. Һәр кешенән көн һайын әллә нисәмә килограмлап сүп сыға. Ә ҡалала әллә нисәмә машиналар сүп ташый. Ҡағыҙ картондарҙы макулатура итеп тапшыра алабыҙ. Пластик нәмәләрҙе эшкәртеүгә тапшырыу айырыуса мөһим, сөнки ул тулыһынса тарҡалһын өсөн 100-300 йыл кәрәк буласаҡ. 1965-1970 йылдарҙа Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан бер кешенең унда шешә башындағы фольгаларҙы һәм консерваларҙы йыйып тапшыралар тип һөйләгәне иҫемдә. Берәү ике-өс йыл элек Мароккоға барған ине, шул һөйләй, беҙҙәге һымаҡ урам буйлап тәмәке тартып йөрөмәйҙәр икән, ә махсус урындарҙа ғына тартаһың да төпсөгөн дә шунда ҡалдыралар. Беҙҙәге кеүек тәмәке тартып урамға ташлап китһәң видео камера төшөрөп тора һәм шунда уҡ штраф сәпәйҙәр, ти. Филиппин тигән илдә ике килограмм пластик нәмәләр тапшырһаң 1 кг дөгө бирәләр. Беҙ ошо сүптәрҙе айырыу тураһында һаман да президенттың бойороғон көтәбеҙ. Уны бит бойороҡһоҙ ҙа эшләп була. Ошо ерҙә үҙебеҙ бит йәшәйбеҙ. Күптән түгел телевизорҙан япондарҙың шул сүптәрҙе эшкәртеүҙәре хаҡында тапшырыу күрһәттеләр. Унда тау-тау сүп өйөмөн яғып яндырыу бөтөнләй юҡ. Тимерен тимергә, быялаһын быялаға, ҡағыҙын ҡағыҙға, пластик нәмәләрҙе пластикка айырып һалалар. Айырып булмаған өлөшөн ҡулланырға ярамағанын бер урынға йыйып утрау төҙөйҙәр, ерҙәрен ҙурайталар, аҙаҡ шунда өйҙәр һалалар. Уларҙа хатта сүп тә ҡәҙерле. Сүп реформаһы бөгөн нисек бара, һигеҙ ай эсендә Башҡортостанда сүп түгеү һәм эшкәртеү өсөн 1 миллиард 100 миллион һум аҡса йыйылған. Ошо хәтлем аҡса йыйылһа ла бер завод та, бер фабрика ла төҙөлмәгән. Башҡортостанда һәр бер кешегә бүлгәндә 250-260 һум тирәһе була, бына мин 8 айҙа дүрт лимонад шешәһе алып барып ташланым, ә нимә өсөн түләйем үҙем дә белмәйем. Бөтә булған ташландыҡ нимәләрҙе мунсаға яғам. Ошоңа өҫтәп 70 һумға ысынмы бушмы 15 һум һалым түләр кәрәк тиҙәр. Бөгөн сүплек янынан үткәндә, айырыуса ҡалаларҙа, хатта ризыҡ та күрәбеҙ, был бит бик ҡурҡыныс күренеш. Донъяла күпме кеше, күпме малдар аслыҡтан интегә. Ә беҙ Раббыбыҙҙың ниғмәттәрен ана шулай исраф итәбеҙ. Был ризыҡтарҙың ҡәҙерен белмәһәк Аллаһы Тәғәләнең беҙҙе шул ниғмәттәрҙән мәхрүм итеүе лә бар. Шуға ризыҡтарҙы кәрәгенсә генә алайыҡ, һаҡсыл ҡарайыҡ. Күршеләребеҙ менән дә бүлешәйек, әммә боҙолор хәлгә еткермәйек, исраф итмәйек. Тәбиғәткә Раббыбыҙ биргән ниғмәттәргә шөкөр итәйек, шунда бәрәкәт тә булыр. Аллаһы Тәғәлә биргән аманатҡа хыянат итмәбеҙ Инша Аллаһ.
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ
Яҡуп ауылы
Читайте нас: