Көслө рухлы ил инәйҙәре! Ниҙәр генә күрмәгән уларҙың быуыны?! Тормоштоң бар ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татыһалар ҙа, улар бер ҙә генә үҙҙәренең ихласлыҡтарын, дәрттәрен юғалтмайҙар. Шундайҙарҙың береһе — ауылымдың аҡыллы, сабыр, ябай, алсаҡ, шаян, һәр саҡ мәрәкәле һүҙҙәре менән күңелдәрҙе күтәреүсе, бер ҡасан да насар кәйефтә йөрөмәгән, беҙгә, хеҙмәттәштәренә, "балаҡайҙарым" тип, кенә өндәшеүсе, ошо араларҙа 85 йәшлек матур юбилейын билдәләүсе Гөлсимә Шәриф ҡыҙы Түләкова.
Тыумышы менән Мәсетле районы Һөләймән ауылынан, ә Яҡшымбәт ауылында ул — килен, еңгә, әсәй, ҡәйнә, өләсәй, ҡарт өләсәй. Ғүмер — аҡҡан һыу, тиҙәр. Һалҡын ҡарлы ҡышта тыуһа ла күңеле уның һәр саҡ яҙ ҡояшы! Беҙҙең үткән хеҙмәт урындарыбыҙ, йылдарыбыҙ бер — ауыл советы хакимиәте. Ул оҙаҡ йылдар, хаҡлы ялға сыҡҡансы, еңел булмаған, бәләкәй генә эш хаҡына, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, тормош, ғаилә мәшәҡәттәренә бирешмәй, арымай-талмай йыйыштырыусы ла, йомошсо ла хеҙмәтен намыҫлы башҡарҙы. Ул йылдар менән хәҙерге тормошто сағыштырһаң, ер менән күк араһы кеүек — транспорт, телефондар юҡ, бар нәмәгә өлгөрөр өсөн унда ла, бында ла йүгерергә тура килә. Ә Гөлсимә апай бик етеҙ булды, бар ергә лә өлгөрҙө, ҡайҙа ҡушһалар шунда йөрөнө. Төрлө өмәләрҙә, йәй миҙгелдәрендә сөгөлдөр баҫыуындағы утауҙа, барлыҡ мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Һабантуйҙарҙа милли кейемдә, күмер самауырын ҡайнатып, аллы-гөллө алъяпҡыстарын тағып, яҡты көләс йөҙө, йылы һүҙе, ҡунаҡсыллығы менән ихтирамлы булды. Ул килеп керһә, бүлмәләребеҙ яҡтыра, йылына, гөл-сәскәләр терелә ине.
Изгелекле һәм кешелекле булған Гөлсимә Шәриф ҡыҙы менән һәр ваҡыт шулай яҡты ла, йылы ла, рәхәт тә. Минең хеҙмәт йылдарымды йәмле һәм йәнле итергә үҙ өлөшөн индергәне өсөн Гөлсимә апай хаҡында күңелемдә яҡты уйҙар ғына йөрөтәм. Уны ихлас күңелемдән күркәм байрамы менән ҡотлайым. Алдағы көндәрҙә лә балалары тыуған нигеҙенең ҡото булып, уларҙың ҡыуаныслы хәбәрҙәрен генә ишетеп, изгелектәрен күреп, ауылдаштарының хөрмәтен, ихтирамын, иғтибарын тойоп, тормошоңдан ҡәнәғәт булып, рәхәттәргә, рәхмәттәргә генә төрөнөп, сәләмәт оҙон ғүмер кисереп, бәхетле ҡартлыҡта йәшәүеңде теләйем.