Абдул ауылында йәшәүсе бик күп оло йәштәгеләр үҙҙәренең ғүмер юлдарына, үткәндәренә йомғаҡ яһай быйыл. Байтаҡ үтелгән, йәшәлгән йылдар иҫтәлеге: ауырлыҡтар һәм яҡшылыҡтар, һынауҙар һәм мәшәҡәттәр, ауылдағы ҙур үҙгәрештәр тураһында илһамланып, миҫалдар менән һөйләйҙәр улар. Кемгәлер 80, кемгәлер 85-90 йәш.
Бер ҡараһаң оҙон ғүмер, иһә ул бик тиҙ үткән кеүек. Һәр бер ғаиләлә 6-8-ҙәр бала булған. "Күмәк булһалар ҙа береһе лә артыҡ түгел. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Унан улар бер-береһен ҡараны", - тине бер апай. Ауылда ишле ғаиләләр күп булған. Уларҙың татыу, берҙәм тормошо тик һоҡландыра, ҙур маҡтауға лайыҡ. Шундай матур ғаиләләрҙең береһе: ғаилә башлығы Сәйфетдинов Ғилмислам Хисам улы хаҡында бөгөнгө һүҙем. Ғилмислам ағай 1940 йылдың 15 ноябрендә Абдул ауылында тыуған. 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһындағы һөнәри төҙөүселәр училищеһына уҡырға кергән. 3 йыл эсендә төҙөүсе, балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштереп тыуған ауылына ҡайта. Төҙөүселәр бригадаһын туплай, етәкселек итә.