2018 йыл Рәсәйҙә ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Был йылдың сиктәрендә ҡаланың моделле балалар китапханаһының 4-се филиалындағы “Мозайка” тип исемләнгән балалар ижады һәм уҡыу үҙәге “Балалар ҡулы ярҙамы” тигән проектты тормошҡа ашыра.
Ике отряд булдырылған был проекттың етәксеһе Т.Ю. Масальская. Шуларҙың береһе 3-сө БРГИ-ның 5-се класс уҡыусыларының “Асыҡ йөрәктәр” тип аталған йәш ирекмәндәр отряды.
Уҡыусылар “Йәшә китап”, “Ер сәғәте – 2018”, “Ҡатын-ҡыҙҙарға сәскәләр”, “Георгий таҫмаһы” кеүек төрлө сараларҙа һәм акцияларҙа ҡатнаштылар. “Ветерандар эргәһендә” тип исемләнгән акцияла ҡалабыҙҙың Почетлы гражданы, ҡаланы төҙөүселәрҙең береһе булған Бәхтигәрәй Шафиҡов менән аралаштыҡ. Беҙ ҡалабыҙ төҙөлөшөнә тос өлөш индергән кешегә ярҙам итә алыуыбыҙ менән ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек.
Был проектта ҡатнашыу мәлендә балалар үҙҙәренең яуаплылыҡтарын, эшһөйәрлектәрен, ҡушылған эшкә етди ҡарауҙарын күрһәтте. Бындай акциялар беҙҙең ирекмәндәрҙең артабанғы эшмәкәрлегенә старт булып тороуына ышанабыҙ. Шулай уҡ башҡарған эштәребеҙҙе баһалап Мәскәүҙән Бөтә Рәсәй конкурсының “Иң яҡшы йәш ирекмәндәр проекты” сертификатын алыу ҙа ҙур ҡыуаныс булды.