Бишкек ҡалаһына Мәрүәр бер үҙе барып, төндәрен ауыр-ауыр йөктәр менән төрлө поездарға күсеп ултырып, тауар ташый. Унан инде тормош иптәше менән тирә-яҡ ауылдарға ҡул арбаһы менән йөрөп һаталар.
Бер нисә йылдан улар тырышып-тырмашып аҡса йыялар ҙа, ҡулдан ғына беренсе тапҡыр машина алып ебәрәләр. Ә һуңыраҡ Күгәрсен районында бәләкәй генә магазин асалар. Унан әҙерәк тәжрибә туплағас, тағы лы ике магазин асалар.
Ауылдарҙа Мәрүәр асҡан магазиндарҙа хаҡтар күпкә арзан һәм сифатлы булыуы менән башҡаларҙан айырылып торғанға күрә, уның абруйы күтәрелә бара, халыҡ та бик ҡәнәғәт була. Ауыл хакимиәте, район хакимиәте тарафынан Мәрүәр Әхтәм ҡыҙына наградалар, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыла.
Төрлө ауылдарҙа һатыу итеп, бай тәжрибә туплағандан һуң эшҡыуар Мәрүәр Әхтәм ҡыҙы Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында оло юл янында, халыҡҡа йөрөү өсөн уңайлы урында, тормош иптәше Фильсон менән ҙур итеп магазин төҙөйҙәр һәм уға “Арзан” тип исем биреп, геүләтеп эшләп йөрөйҙәр, Аллаға шөкөр!