Күмертау Рəсəй Почтаһының етəксеһе Лидия Александровна Веселова икəн, телефонын алып булманы, нисек аңлатыуын белəһе килгəйне. Радио-телевизорҙарҙан да, гəзиттəрҙəн дə был төргə аҡса йыйыуҙары тураһында əйтелмəне. Почтала түлəгəндə бөтə кеше асыулана, ҡауғалай, ысын мəғəнəһендə нервы бөтөрөү. Ҡыҙҙар: “Беҙгə ҡуштылар, беҙ алабыҙ”, - тиҙəр. Улар ғəйепле түгел икəнен аңлаһалар ҙа, халыҡҡа унан еңелерəк түгел. Ҡайҙан килеп сыҡты был? Оҙаҡламай – үлсəп, һауа еҫкəгəн өсөн дə аҡса түлəтə башларҙар əле.