Һəр төбəктə ауылыбыҙҙы йəмлəп йəшəгəн кешелəр бар. Улар ауылдың яртыһын тəшкил итһə лə, шуларҙың береһенə туҡталып китмəксемен.
Яҡуп ауылы күркəм генə ауыл ул. Һəр кем йортон, ҡураһын ҡулынан килгəнсə матурлай. Мал үрсетə, ҡошҡорт баға, умарталар тота. Халыҡ бер-береһенə көнөлкəш булып, сəмлəнеп йəшəй.
Мин Яҡуп ауылында тыуып үҫеп, хəҙерге көндə лə ошо ауылда өлкəнəйгəнсе йəшəгəн Рəйсə апай Кинйəкəйева тураһында яҙып китмəксемен. Шундай күркəм кешелəрҙең береһе ул Рəйсə апай. Һигеҙенсе тиҫтəнең өҫтөнə сыҡһа ла, бер генə тик ултыра белмəй. Ишек алды, ихата, ҡуралар əкиəттəге һымаҡ. Ə баҡсаларында ниндəй генə сəскəлəр үҫмəй икəн? Безелдəп бал ҡорттары сəскə һуты ташый.
Тулы материал 15-се һанда сыҡты.