Сорғот ҡалаһында йылына бернисə айлап йəшəргə тура килде. Өлкəн йəшемдə булмаһам да, бер ҡыҙыбыҙ Сорғотта төплəнгəс, тормош иптəшем менəн уларға тағыла барҙыҡ. Унда күргəндəремде һəм ишеткəндəремде "Юшатыр" гəзите аша уҡыусыларға еткергем килə. Күптəре үҙҙəре лə ул яҡтарҙа булғандарҙыр инде. Белеүемсə, үткəн быуаттың 70-се йылдарында, бəлки иртəрəктер ҙə, Башҡортостандан нефтселəр һəм башҡа һөнəр кешелəре күплəп Себер тарафтарына юлландылар, улар араһында минең туғандарым булды.
Сорғот сағыштырмаса йəш ҡала, Күмертауҙан да йəшерəк. Ҡала тигеҙ урында урынлашҡан. Урам киҫелештəре бер кимəлдə, урам аҫтынан арҡыры сығыу ер аҫты юлы юҡ. Быны ер аҫты һыуҙары яҡын булыуы менəн аңлаттылар. Ни өсөн быға иғтибар иттем, сөнки машиналар шул тиклем күп, йəйəүлелəр үткəүеле лə йыш ҡына. Шуны ла əйтеп үтəйем, автомобилистар тəртиплерəк һəм əҙəплерəк. Йəйəүле "зебра"ға яҡынлашҡанын күрһəлəр, тиҙлектəрен кəметеп, үткəреп ебəрəлəр. Беҙҙең яҡта водителдəр "газ"ға баҫып, тиҙерəк үтеп китергə тырыша, барыһы ла түгел əлбиттə.
Рəйес ИШМӨХƏМƏТОВ, Иҫке Отрада ауылы.
Тулы материал 15-се һанда сыҡты.