Йəмил Əхмəҙулла улы Чурин 1946 йылдың 25 февралендə Туғай Кинйəһе ауылында тыуған. Ғаилəлə 7 баланың иң бəлəкəсе була.
1953 йылда ул 1-се класҡа уҡырға бара һəм 1963 йылда Өфөнөң 1-се интернат мəктəбен яҡшы билдəлəргə генə тамамлап, Башҡорт Дəүлəт университетына уҡырға инə. Уңышлы тамамлап, Зəк-Ишмəттең 8 йыллыҡ мəктəбендə рус теле һəм əҙəбиəте уҡытыусыһы булып, тəүге хеҙмəт юлын башлап ебəрə.
Уның тырышлығы, намыҫлығы юғары баһалана һəм өҫтəмə эштəр ҙə йөкмəтелə. Таймаҫ совхозында эшселəр комитеты рəйесе, политик-мəғариф бүлеге мөдире, күп тапҡыр ауыл Советы депутаты булып һайланды. Йəмил Əхмəҙулла улы Рəйҙə Барый ҡыҙы менəн сəстəрен-сəскə бəйлəп Көйөргəҙе ауылында 25 йыл татыу ғүмер итəлəр. 1 ул, 2 ҡыҙ тəрбиəлəп үҫтерəлəр. Һəр береһенə юғары белем биреп, оло юлға оҙаталар.
Фəүриə ЙОСОПОВА, Үрге-Бабалар ауылы
Тулы материал 16-сы һанда сыҡты.