Ермолаево спиртзаводы ябылып, кешелəр эшһеҙ ҡалды, район бюджетына аҡса кермəй башланы, иң бəкəлгə һуҡҡаны — малдар бардаһыҙ ҡалды.
Əлеге көндə лə араҡы юҡ тип кешелəр телəһə нəмə эсəлəр. Хəҙерге ваҡытта араҡының үҙ ҡиммəте 35 һум, завод ала 5 һум, 0,5 литр НДС 16 һум, акциз 100 һум, ə һаталар 240 һумдан алып һəм юғарыраҡ, төрлө магазинда төрлөсə. Өҫтə яҙылғанса 156 һумға һатылһа, берəү ҙə телəһə ниндəй эсемлек эсмəҫ ине. Байтаҡ кешенең ғүмере һаҡланып ҡалыр ине. Ошо турала уйланырға урын бар. Минең уйымса спирт заводын киренəн эшлəтеп булһа, яҡшы буласаҡ. Кешелəргə эш урыны, район бюджетына аҡса, иң яҡшыһы малдарға барда булыр, һөт тə артыр, малдар ҙа туҡ булыр ине. Ермолаево кешелəре лə күплəп мал тортор ине шул саҡ.