Уныһы арымай-талмай иҫәнлегебеҙ һағында торған табиптар, беҙҙең именлегебеҙ тураһында көнө-төнө ҡайғыртҡан түрәләр, депутаттар эше. Һәр хәлдә мин үҙем ҡаҙаттым, берҙе түгел, икене, хәҙер ул ғәләмәткә төкөрөп тә бирмәйем.
Шуның өсөн һүҙем уның тураһында түгел, уның айырылғыһыҙ юлдашы битлек тураһында. Эйе, битлек тураһында. Уның ниндәйен генә кеймәйбеҙ хәҙер. Киңен, уртасаын, тарын, ҡалынын, йоҡаһын, ағын, күген, хатта ҡараһын да... Ябай ситсанан тегелгәнен. Байыраҡтар хатта парсанан да тектереп кейеп йөрөйҙәр.
Күңелде бер һорау өйкәй. Коронавирус үтеп киткәс, битлектәрҙе һалып ташларбыҙмы икән ни? Беҙ бит уға шул тиклем өйрәндек! Ҡайһы бер ирҙәр хатта уны төнөн дә һалмай йоҡлай тиҙәр. Уңайлы бит: бисәләре ҡолағына һөйөү һүҙҙәре бышылдап ыҙаланаһы юҡ. Бисәләренә лә уңайлы: ирҙәре тау аҡтарған бульдозер кеүек ғырылдамай.
Йөрөмтәл ирҙәргә бигерәк тә уңайлы. Ҡара битлегеңде кейеп, ҡыҙыл битлекле һөйәркәңде ҡултыҡлап, йәшел битлек кейгән бисәң эргәһенән уҙып китеп, ресторан ишеген асаһың, ә теге аңра абайламай ҙа ҡала.
Битлек кейгәс, бисәләргә урамға сыҡҡанда ирендәрен, биттәрен штукатурлап тораһы юҡ. Быныһы ла файҙа. Юғиһә, бтиҙәнеү-төҙәнеүҙәргә күпме ваҡыт әрәм китә лә, күпме аҡса елгә оса! Битлек ул төшөрөргә яратҡан ирҙәр өсөн дә иҡ киткес уңайлы ҡулланма. “Ләх” булып һыйланып ҡайтһаң да, битлек менән томаланған ауыҙ-мороноңдан хәмер еҫе аңҡымай. Тик был осраҡта инде битлегеңде тимерҙән үк булмаһа ла, брезенттан тектереү фарыз булыр.
Битлек кейгәс урамда теләһә кем менән иҫәнләшеп тораһы юҡ, енең һөймәгән әҙәм янынан күрмәмешкә һалышып үтәһең дә китәһең. Әгәр инде теге һөмһөҙ туҡтатып һиңә: “Эреләндең, дуҫтарыңды күрмәй башланың”, - тип бәйләнергә тотонһа: “Ғәфү ит, дуҫҡай, битлек бит...” – тип аҡланырға урын ҡала.
Битлек депутаттарға, эреле-ваҡлы түрәләргә лә бик уңайлы нәмә. Борсаҡты эре сирттергәндә, мыҫҡыллы йылмайыуыңды һайлаусылар, ҡул аҫтында эшләгән әтрәк-әләм күрмәй, шулай булғас һәр вәғәҙәне ысын тип ҡабул итә.
Ә бурҙар, банк, кибет баҫыусылар!.. Битеңә капрон ойоҡ кейеп, “Ограбление!” тип һөрән һалып, пистолеттан шарт-шорт атып баҫып кереүҙең бөтөнләй кәрәге юҡ. Кибеткә шым ғына инәһең дә, әсмүхә сәй алырға торған берәй ҡарт артына шым ғына баҫаһың. Ҡарт та битлектән, һин дә битлектән. Ҡарт та сәй ала, һин дә, йәнәһе, шәкәр алаһың. Сиратың еткәс, ҡуйыныңдан пистолетыңды сығарып һатыусының моронона төртәһең: “Ну-ка, деточка, выгребай из кассы бабки!” Атыш та юҡ, киҫеш тә юҡ, тартмалағы меңдәр һинең кеҫәгә күсә. Сиратта торғандарҙың асыҡ ауыҙҙары томалаулы, был ғәләмәтте аңғармай ҙа ҡалалар...
Һанай китһәң, битлектең ыңғай яҡтарын әллә күпме һөйләп булыр ине. Иң әһәмиәтлеһе, ул бит беҙҙе һөрән һалып ҡысҡыраһы килгәндә лә өндәшмәҫкә өйрәтә. Өндәшмәгән халыҡ – тыңлаулы халыҡ, бөтәһенә лә түҙербеҙ, хатта коронавирусҡа ла, һуғыш ҡына сыҡмаһын!..” – тип битлегебеҙҙе кейеп йәшәй бирәбеҙ.
Берҙән-бер көн һалырға тура килерме икән ни битлекте?..
Закир ӘКБӘРОВ, Күмертау ҡалаһы