Лилиә Өмөтбаеваның эше күп, ҙур яуаплылыҡ талап итә, бигерәк тә пандемия донъя буйлап хөкөм һөргән осорҙа, грипп ауырыуҙары таралғанда, медосмотрҙар ваҡытында, 60+, 70+ проекттары өҫтөндә эшләгәндә. Төрлө отчеттар, справкалар тултырыу ҙа бик күп ваҡыт талап итә. Фельдшерыбыҙ эш сәғәттәрендә тиҫтәләгән ауырыуҙарҙы ҡабул итергә тырыша, прививкаларҙы ваҡытында эшләү, температураларын, ҡан баҫымдарын үлсәргә, йөрәк тибештәрен тикшерергә, алған тән яраларын эшкәртергә, төрлө анализдар алып ваҡытында баклабораторияға алып барырға, ЭКГ үткәрергә, ауырыуҙарҙың табип ҡушҡан барлыҡ процедураларҙың үтәлешен барларға, кәрәкле белгестәргә барырға юллама яҙып бирергә өлгөрә. Эш көнөнөң икенсе яртыһында ул түшәктә ятыусы, йөрөй алмаған, ауыр хәлле кешеләр, улар араһында һуғыш осоро, хеҙмәт ветерандары ла бар, яңы тыуған сабыйҙар янына ашыға. Һәр береһенә ихтирамлы, иғтибарлы ул. Аҡ халатлы фәрештә тәбиғәттең ниндәй миҙгеле булыуына ҡарамай, тәүлек әйләнәһенә үҙенең шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй ауырыуҙарға ашыға, сөнки уны өмөтләнеп көтәләр икәнен яҡшы белә.
Рафиҡ ӘМИНОВ, Шәбағыш ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе
Рафиҡ ағайҙың хаты тулы килеш гәзиттең үткән һанында баҫылды.