Все новости
РЕДАКЦИЯ ҠУНАҒЫ
13 Июля 2018, 11:54

НУР ҺИБЕП ЙӘШӘЙ

Ошо көндәрҙә редакцияға отставкалағы эске хеҙмәт майоры Рафаэль Насиров килеп инде. Дөрөҫөрәге, уны беҙҙең уҡыусыбыҙ, Абдул ауылы инәйе Миннур Сәйфетдинова алып килгән. “Ниндәй талантлы ауылдашыбыҙ барлығын барыһы ла белһен”, - тине ул, беҙҙең менән ихлас күрешеп иҫәнләшкәс.

Ошо көндәрҙә редакцияға отставкалағы эске хеҙмәт майоры Рафаэль Насиров килеп инде. Дөрөҫөрәге, уны беҙҙең уҡыусыбыҙ, Абдул ауылы инәйе Миннур Сәйфетдинова алып килгән. “Ниндәй талантлы ауылдашыбыҙ барлығын барыһы ла белһен”, - тине ул, беҙҙең менән ихлас күрешеп иҫәнләшкәс.

Тыумышы менән Абдул ауылынан булған Рафаэль 2-се класта уҡығанында ғаиләһе менән Мәләүез ҡалаһына күсеп китә. Урта мәктәпте тамамлағас, тырыш егет Куйбышев индустриаль-педагогия техникумына уҡырға керә. Бала саҡтан офицер булырға хыялланғанлыҡтан, бер юлы хәрби кафедраһын да тамамлай. Унда үҙләштергән белеме әрме хеҙмәтендә бик кәрәк булып сыға. Амур өлкәһе Серышев ҡалаһында хәрби аэродромда автотранспорт хеҙмәте батальоны начальнигы вазифаһын башҡара ул.

Әрме хеҙмәтенән һуң Рафаэль Насиров Силәбе ҡалаһында Федераль яза башҡарыу системаһында 20 йылдан ашыу эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, яҡташыбыҙ Мәләүездә төпләнә. Тап шул ваҡытта Мәләүез ҡалаһының 42-се һанлы һөнәрселек лицейында кадет корпусы асыла. Тик ултырып өйрәнмәгән Рафаэль Зиннур улы шунда эшкә сыға. 14 йыл ғүмерен ул йәш быуынды илһөйәрлеккә, хәрби хеҙмәткә өйрәтеүгә арнай.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, ул хәҙер ҙә тыныс ҡына ултырмай. Йорт эштәрен яратып башҡара. Өҙҙөрөп гармунда, баянда уйнарға ярата. “Зәк-Ишмәт ауылынан Илдар Насиров ағай миңә гармун бүләк иткәйне, шуның менән уйнарға өйрәндем”, - ти төрлө сараларҙа ҡатнашырға, республика, район буйынса үткән бәйгеләрҙә үҙ һәләтен һынап күп төрлө дипломант булырға өлгөргән ағай. Етмәһә, ул һәүәҫкәр рәссам да. Фанераға уйып төрлө һүрәттәр төшөрөргә әүәҫ. “Бала саҡтағы хыялым ине рәссам булыу. Аллаға шөкөр, хаҡлы ялда булғас, шул хыялыма ныҡлы тотондом. Хәҙер өс йыл картиналар эшләү менән ныҡлы шөғөлләнәм. 80-дән артыҡ картинам бар. Күргәҙмә ойошторам, бүләк итәм һәм һатам. Ҡала көнөндә Күмертауға картиналарымды алып килеп күргәҙмә итеп теҙҙем. Шәбағышта Пушкин байрамында ла булдым. Беҙҙең туғандар күп бында: Зәк-Ишмәттә, Күмертауҙа, Абдулда, Шәбағышта”, - ти яҡташыбыҙ Рафаэль Зиннур улы.

Матур тәбиғәтле кешенең эше лә, булмышы ла матур. Эргә-тирәһендәгеләргә нур һибеп йәшәй ул Рафаэль Насиров.

Миннур Сәйфетдинова, Абдул ауылы:

Рафаэлдең атаһы Зиннур Хәбибрахман улы 1925 йылда Абдул ауылында тыуған. Һуғышты үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтҡандан һуң, егет ауылындағы колхозда бухгалтер булып эшләй. Ул бик башлы, грамоталы, ғәҙел кеше ине. 1957 йылда колхоз совхозға әйләнгәс, эшен Мораптал совхозында дауам итте. Унда “налево”ға ҡул тамғаһы ҡуйырға ҡуша башлағастар эшен шунда уҡ ташлап ҡайтып китә. Аҙаҡ Мәләүезгә кирбес заводына эшкә инә. Унда ла бухгалтер булып хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт итә. Бер туған мырҙаһы менән Абдул һәм Ҡарай ауылы халҡына өй һалырға күп ярҙам иттеләр. Ул ваҡытта кирбес һәм ағас алыу проблема була торғайны, ә уларҙың был йәһәттән ныҡ ярҙамдары тейҙе. Һәр ваҡыт тыуған ауылдарына ҡайтып, зыяратҡа барып әти-әниҙәренең ҡәберлектәрен ҡарай торғайнылар, туғандарының хәлдәрен белеп йөрөнәләр.

Зиннур ағайҙың ҡатыны Зәк-Ишмәт ҡыҙы Ғәҙилә ине. Улдары Рафаэль дә үҙҙәренә оҡшап алсаҡ һәм талантлы. 25 йыл хәрби хеҙмәттә эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Һәр яҡлап бик талантлы булған ауылдашыбыҙ, “Абдулым” тип йыр ҙа яҙған. Рафаэлдың өс балаһы бар. Улы Мәскәүҙә музыкант, билдәле артист Лолитаның гитарисы икән. Шулай, Абдулдан сыҡҡан Насировтарҙың ейәне Мәскәүҙе гөрләтә хәҙер.


Читайте нас: