Все новости
РЕДАКЦИЯ ҠУНАҒЫ
20 Июля 2018, 14:36

ДРОНДӘРЕ КҮКТЕ ИҢЛӘЙ

Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән уҙаман Марс Баҡаевты яҡташтары күп яҡлы һөнәрмән булараҡ яҡшы белә. Ул йәш быуынға радиотехника серҙәрен өйрәтеү буйынса күп йылдар дауамында уңышлы эшләне. Әле, баҡһаң, үҫмерҙәрҙе тағы бер һөнәр оҫталығына – нисек итеп дрондәр эшләргә һәм уларҙы ниндәй маҡсатта файҙаланырға өйрәтә икән. Ул беҙҙең редакцияла булып, был яңы технология хаҡында һөйләне.

– Күмертауҙың Балалар ижад йортонда быйыл, 1 февралдән алып, авиация үҙәге асылды. Уны еткәләүҙе миңә ышанып йөкмәттеләр, – ти Марс Зөлҡәрнәй улы. – Уҡыусыларға пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы, йәғни дрондәрҙе йыйырға, улар менән дөрөҫ, оҫта идара итергә өйрәтәм. Дронь тигән һүҙ рус телендәге ҡарға һүҙенең бер синонимы икән. Ә инглиз телендә ул «выжлаусы ҡош» тигәнде аңлата. Ысынлап та, выжлап осоп йөрөй бит был пилотһыҙ аппарат.

Марс Бакаев радиотехник белемгә эйә. Шул һөнәре уға күп йылдар дауамында радио түңәрәге алып барыу мөмкинлеге бирҙе, инде хәҙер килеп бына мәғариф өлкәһендәге инновацияны үҙләштереүҙә – пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы уҡыусыларға өйрәтеүҙә бик тә кәрәк булып сыҡты. Ләкин был ғына аҙ. Марс ағай яңы технологияны ал-ял белмәй өйрәнгән. Бөгөн иһә ул ошо белемен балаларға тапшыра. Бының өсөн педагог булырға ла кәрәк. Ул яҡтан Марс Зөлҡәрнәй улы юғары белемле уҡытыусыларҙан бер ҙә ҡалышмай, балаларҙың психологияһын яҡшы белеп, улар менән тиҙ уртаҡ тел таба ала. Уның «Рәсәйҙең иң яҡшы педагогтары» китабына индерелеүе быны яҡшы дәлилләй.

– Беҙ дрондең бер төрө булған дүрт моторлы квадрокоптерҙы йыйыуҙы практикалайбыҙ, балалар уның деталдәренең нимәгә тәғәйенләнешен ентекле өйрәнә. Идара итергә өйрәтеү – иң ҡатмарлы эш. Хәүефһеҙлек техникаһын теүәл үтәү үтә лә мөһим. Бында балаларҙы тәртиптә тота, хатта бер аҙ ҡатыраҡ та булырға тура килә. Сөнки квадрокоптер уйынсыҡ түгел, – ти ул.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә авиация үҙәгенә йөрөгән уҡыусылар пилотһыҙ осоусы аппараттар менән төрлө сараларҙа сығыш яһарға ла өйрәнгән. Беренсе Май байрамында уның уҡыусылары әҙерләгән унлап квадрокоптерҙың күргәҙмә сығышы Совет майҙанына демонстрацияға сығыусыларҙы таң ҡалдырҙы.

Читайте нас: