Бүләк кәстрүл, дөрөҫ, бәләкәйерәк. Шулай ҙа, Райхана апай уны ҙур итеп ҡабул итте, машина отҡандай булдым, тине.
Ике ҡыҙы, кейәүҙәре менән бергә, әлбиттә, уға дүрт ейән бүләк иткән, ике ҡыҙ, ике малай. Шулар менән мәж киләм, ти апай. Был кәстрүл бөтәһенә лә етмәҫ, уның ҡарауы, күңелдәр киң, барыһына ла етә.
Ашты ла, шатлыҡты ла бүлешеп, туғандар менән бәхеттә оҙаҡ йәшәргә булһын, Рәйхана апай.