Һалдат биргән һүҙендә торорға тейеш - етмәһә, артиллерист, әйткән һүҙ - атҡан уҡ. Динис Ҡәҙерғолов яңы ғына армиянан ҡайтып төштө, бер йыл ғүмерен илгә бағышланы, бурыс төштө.
- Армияла үткән йәшлегеңдең бер йылы йәлке түгелме?
- Юҡ. Армияға мин үҙем теләп киттем. Хеҙмәт йылының ҡыйынлығын күрмәнем дә тиерлек, беҙҙең ротала 56 һалдаттың 25-е Башҡортостандан инеләр.
- Мин хеҙмәт иткәндә, һалдат кейемен үҙебеҙ һатып алған мәлдәр булды - фәҡирлек. Әле хәлдәр нисегерәк?
- Зарланырға урын юҡ. Кейем менән проблема булманы, ашау ҙа шәп ине. Армияға киткәнсе Күмертау тау колледжын уҡып бөттөм, электрик мин.
- Артабан нимә эшләргә уйың?
- Аҙыраҡ хәл алырға ла эшкә урынлашырға кәрәк булыр.
- Әле күп егеттәребеҙ армияға китә. Һин, яңы ғына хеҙмәттән ҡайтҡан һалдат булараҡ, уларға ниндәй кәңәш бирер инең?
Әңгәмә тулы килеш иртәгә гәзиттә баҫыла.