Районыбыҙ һәм ҡалабыҙ егеттәренең әрмелә хеҙмәт иткән ерҙәренән Рәхмәт хаттары күпләп килеүе ҡыуандыра. Яңыраҡ тағы бер егетебеҙҙең намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты килде.
Яманһары ауылында йәшәүсе Флүзә менән Камил Иҙрисовтар ҡарап үҫтергән улдары Руслан Мусин хеҙмәт иткән Ҡаҙағстандың ракета ғәскәри часть командиры Е. Коноваленковтан Рәхмәт хаты алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
"Хөрмәтле Флүзә Имбулат ҡыҙы һәм Камил Миңлеғәлим улы! Һеҙҙең улығыҙ Руслан хеҙмәт итеү ваҡытында үҙен тик ыңғай яҡтан, намыҫлы, дисциплинар, эшһөйәр, грамоталы, маҡсатҡа ынтылыусан итеп күрһәтте. Хеҙмәттән һуң да үҙен Рәсәйҙең лайыҡлы гражданы булып ҡалыуына ышанабыҙ. Уға һәйбәт тәрбиә биргәнегеҙ, лайыҡлы ил һаҡсыһы үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Улығыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ”, - тиелгән хатта.
Руслан әле әрменән лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтты. Командиры яҙғанса, маҡсатҡа ынтылыусан егет әрмегә тиклем Күмертау тау колледжына уҡырға ингәйне, хәҙер ул белем алыуын дауам итәсәк.
Районыбыҙ егеттәре хаҡында ҡыуаныслы хәбәр алыу барыбыҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ. Русландың артабан да, тормошта һынатмай, алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүен теләйбеҙ.