Районыбыҙ һәм ҡалабыҙ егеттәре хеҙмәт иткән ерҙән ата-әсәләре исеменә Рәхмәт хаттары йыш ебәрәләр. Был ҡыуаныслы хәл, тимәк, беҙҙең батырҙарыбыҙ Ватан алдындағы үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәйҙәр. Сираттағы хатыбыҙ Свобода ауылынан килеп төштө.
Миннур һәм Тимерғәле Туҡтаровтар ейәндәре Динар хеҙмәт иткән 33860 ғәскәри часть командиры, подполковник И. Тучковтан Рәхмәт хаты алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
"Хөрмәтле Миннур Муллағәләм ҡыҙы һәм Тимерғәле Уразғәли улы! Һеҙҙең ейәнегеҙ рядовой Динар Туҡтаров хеҙмәтен уҡыу үҙәгендә үткән ваҡытында үҙен намыҫлы, дисциплинар, яуаплы һалдат булараҡ күрһәтте. Эшһөйәрлеге, түҙемлелеге, маҡсатҡа ынтылыусанлығы уға уҡыу ваҡытында бар ауырлыҡтарҙы ла уңышлы үтергә ярҙам итте һәм яҡшы һөҙөмтәләргә генә иреште.
Динар командирҙары, хеҙмәт итеүсе егеттәр араһында лайыҡлы абруй менән ҡуллана һәм барлыҡ һалдаттарға өлгө булып тора.
Миннур Муллағәләм ҡыҙы һәм Тимерғәле Уразғәли улы, ейәнегеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ. Уға һәйбәт тәрбиә биргәнегеҙ, лайыҡлы ил һаҡсыһы үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Динар артабан да хеҙмәтен һынатмай дауам итер, тип ышанабыҙ”, - тиелгән хатта.
Динар былтыр, июль айында, әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Командиры яҙғанса, маҡсатҡа ынтылыусан егет Күмертау авиация колледжын тамамлап ҡулына диплом алып та өлгөрә.
Олатаһы һәм өләсәһе өсөн уның хаҡында ошондай һөйөнөслө хәбәр алыу – ҙур ғорурлыҡ. Динар әлеге ваҡытта Краснодар ҡалаһында хеҙмәтен намыҫлы дауам итә. Бынан ары ла егет яҡындарын һөйөндөрөп торһон. Яҡташыбыҙҙың иҫән-һау хеҙмәтен тултырып ҡайтып, тормошта ла лайыҡлы кеше булып йәшәүен теләйбеҙ.