Все новости
Әрме
28 Мая 2019, 12:42

Һалдат ҡайтты ауылына

Элек ауылда әрмегә киткән бер һалдатты яҙмыш, йәлләптер инде, йыраҡҡа ебәрмәне, Өфөлә генә хеҙмәт итергә ҡалды. Оло туй яһап оҙатылған малай бер ваҡыт, бер аҙна үттеме-юҡмы, ҡайтып төштө.

Элек ауылда әрмегә киткән бер һалдатты яҙмыш, йәлләптер инде, йыраҡҡа ебәрмәне, Өфөлә генә хеҙмәт итергә ҡалды. Оло туй яһап оҙатылған малай бер ваҡыт, бер аҙна үттеме-юҡмы, ҡайтып төштө. Шартына килтереп шинель кейгән, башта - йондоҙло кәпәс. Ҡайтты ла был, әйтерһең, боронғо һымаҡ 25 йыл хеҙмәт итеп, әллә ниндәй һуғыштарҙа ҡатнашып, иҫән ҡайтҡан - өйҙән-өйгә йөрөп хәл белешә, күргән береһе менән ҡосаҡлашып осраша башланы. Һалдат һурпаһын кем һемергән, был егеттең хәлен аңлар, моғайын. Аҙаҡ был малай, ара яҡын булғас, әйләнгән һайын ҡайтып, ата-әсәһен йонсотто, ҡайтҡан һайын быларҙы расходҡа һалып китә бит инде, тәүҙә яҡынға эләккәненә ҡыуанған ата менән әсә, һуңынан лутсы Дальний Востокта йөрөһә шәберәк булыр ине, тип тә ҡуйҙылар. Әрме, һалдат тормошона бәйле Ырымбур өлкәһендәге ҡан-ҡәҙәштәребеҙҙән түбәндәге хатты алдыҡ.

«Аллабирҙелә лә һалдат бик ҡәҙерле. Оҙатырға күрше-күлән, дуҫтар йыйыла. Бына Закир Әлим улы һәм Гөләйшә Әсҡәт ҡыҙы Әлибаевтарҙың кесе улдары Айгиз дә Ватан алдындағы бурысын үтәп ата-әсәһе янына имен-аман әйләнеп ҡайтты. Дуҫтары Айгизде Ырымбурға уҡ барып ҡаршы алдылар. Яңы урамында дәртле ихлас кешеләр йәшәй. Бөтә урам менән һалдат ҡаршыланылар.

Айгиз туған мәктәбенә лә барып етте, Еңеү көнөндә мәктәп баҡсаһындағы һәйкәлгә венок һалыуҙы уға ышанып хөрмәт менән тапшырҙылар».
Читайте нас: