Все новости
Әрме
29 Октября 2019, 12:17

Рухтары ныҡ булһын

Үткән йома көндө районда хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте. Йолаға әүерелеп үткәрелгән сараны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рима Ғөбәйҙуллина асты. Ул буласаҡ һалдаттарға әрмелә һынатмай лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләне. Шулай уҡ буласаҡ һалдаттарға ветерандар Советы рәйесе Михаил Лященко ла үҙенең изге теләктәрен әйтеп, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын әйтте. Аҙаҡ барыһы ла яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар, улар иҫтәлегенә Батырҙар скверында сәскәләр һалынды.
Буласаҡ һалдаттарға “Йәшлек” мәҙәниәт йорто артистары тарафынан концерт та ҡуйылды. Аҙаҡ Күмертауҙағы “Горняк” кинотеатрына патриот тәрбиә тураһындағы фильмды ҡарарға киттеләр - бындай кинолар кешегә рух өҫтәй торған, ә егеттәрге рухтың ныҡ булыуы кәрәк.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: