Илһам Иҙрисов тырыш егет. Ул әрмегә тиклем баш ҡалабыҙҙағы Өфө дәүләт авиация техник университетын уңышлы тамамлай. Ҡулына юғары уҡыу йорто дипломын һәм машина йөрөтөү танытмаһын алған егетте, былтыр, ноябрь айында әрме хеҙмәте бурысын үтәр өсөн Силәбе ҡалаһына ебәрәләр. Компьютерҙы яҡшы белгән яҡташыбыҙҙы шунда уҡ канцелярийға ултыртып ҡуялар, ҡағыҙ эштәре менән булыша ул. Йыш ҡына Яманһары ауылына ҡайтып техника менән шөғөлләнергә яратҡан егеткә бер ниндәй һөнәр ҙә ят булмай. Техника эшен дә яҡшы белә.