- Коронавирус инфекцияһына бәйле графиктарығыҙ ҙа үҙгәрҙе. Әлеге ваҡытта яҙғы призыв нисек бара?
-Әлбиттә, донъялағы был хәлдәр булыу сәбәпле беҙҙең эшебеҙ бер аҙ тотҡарланды. Заман талаптарын үтәп, комиссияға килеүсе егеттәр «барьер рубежын» үтергә тейеш. Был физик күнекмәләр түгел, ә коронавирусҡа ҡаршы профилактик саралар: мотлаҡ рәүештә тән температураһын үлсәү (әгәр ҙә сирләп торғандар булһа, улар өйҙәренә ҡайтарыла һәм врач килеп күреүе талап ителә), битлектең булыуы, ҡулдарҙы дезинфекциялап ҡына индереү ҡаралған һәм иң таралған кәңәш – үҙ- ара социаль арауыҡты һаҡлау тора. Ҡыуанысҡа, ошо хәүефле ваҡытта комиссия үтергә килгән сырхаусылар араһында Covidвируслылар теркәлмәгән. Республика комиссариатынан килгән форма буйынса һәр район һәм ҡалаға үҙ норматив пландары ҡуйыла. Шулай итеп, Күмертау өсөн призыв нормаһы буйынса 84 кеше булһа, әлегә комиссия үткәндәрҙең 61-е хәрби хеҙмәткә яраҡлы тип билдәләнгән; Көйөргәҙе районынан (призыв нормаһы 54 кеше) – комиссия үткән 42 егет хәрбиҙәр сафына әҙер. 15 июлгә тиклем барған әрмегә саҡырыу осоронда, хеҙмәт урындарына ебәрелеүсе призывниктарҙы төркөмдәргә бүлеп, яйлап оҙатыу ойоштороласаҡ. Беренсе саҡырылыш 13 июндән башлана.