Яҡут урамдарында осраған бала-саға һалдаттың матур кейеменә, уға тағылған аксельбантҡа, йылтырап торған итектәргә һоҡланып ҡараған – малайҙар ауыр уфтанған: эх, ҡасан мин дә һалдат булам инде. Иң ныҡ шатланған кеше, әлбиттә, әсә булған. Нурзилә апай, улы алдына нимә сығарып, нимә ҡуйырға белмәгән, үҙенең күҙҙәрендә ҙур ғорурлыҡ сағылған: ана ниндәй улан үҫтерҙем.