Әрмелә хеҙмәт итеү - ирмен тигән ирҙең мөҡәддәс бурысы. Беҙҙә һәр саҡ һалдат һурпаһын эсергә йыйынғандарға ҡарата айырым иғтибар булды. Үткән шаршамбы көндө Ермолаевола ла, Күмертауҙа ла хеҙмәткә саҡырылыусыларға арналған саралар үтте.
Районда сара Батырҙар аллеяһында булды. Унда район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы комиссариатының хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эрнест Кәбиров, отец Сергий, ауыл советы хакимиәттәре башлыҡтары, хеҙмәткә саҡырылыусылар, мәктәп уҡыусылары һәм башҡалар ҡатнашты.
- Беҙҙә буласаҡ һалдаттарҙы хеҙмәткә оҙатыу сараһын үткәреү матур йолаға әүерелде. Районыбыҙ, үҙ һалдаттары менән лайыҡлы рәүештә маҡтана ала, әрмегә киткән һәр егетебеҙ ил алдындағы үҙ бурыстарын һынатмай үтәп ҡайта. Ата-әсәләре исеменә килгән Рәхмәт хаттары ла беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Һеҙгә лә, буласаҡ һалдаттар, иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем. Хәйерле юл, һеҙгә!, - тине үҙ сығышында Нәүғәт Кәлимулла улы.
Хәрби комиссар вазифаһын башҡарыусы Эрнест Кәбиров та әрмегә йыйынған егеттәребеҙгә үҙенең изге теләктәрен әйтте.
Буласаҡ һалдаттарҙың ата-әсәләре исеменән Яңы Уралка ауылынан Татьяна Лукьянова ла һөйләне. Ул егеттәргә тормош һынауҙарын, Ватан алдындағы бурыстарҙы лайыҡлы үтергә теләне һәм ата-әсәләрҙе онотмай һәр саҡ бәйләнештә булыуҙарын һорап изге теләктәрен еткерҙе. Егеттәргә көс-ҡеүәт өҫтәп районыбыҙ артистары тарафынан илһөйәрлек темаһына арналған йырҙар ҙа башҡарылды.
Аҙаҡ ҡала һәм райондың буласаҡ һалдаттары Күмертауҙың “Горняк” кинотеатрына йыйылды. Унда 150-нән артыҡ егеттәргә ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Наталья Лапшина ла, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Салауат хәҙрәт Баймөхәмәтов та һәм башҡалар имен-аман йөрөп ҡайтыуҙарын теләне.
Сара “Йәш гвардия” хәрби-тарихи нәфис фильмын ҡарау менән тамамланды.