Все новости
Әрме
27 Октября 2021, 17:16

Имен булһын юлдарың

Ҡаланан 50, райондан - 33. Быйылғы көҙгө саҡырылыштың планы ошолай. Ниңә ауылдан күп, ҡаланан аҙ (пропорцияны ҡарағыҙ, Күмертауҙа 60 000, Көйөргәҙелә - 22 000 самаһы халыҡ йәшәй), был һорау риторик, береһе лә яуап бирә алмай, ауыл егеттәре шәберәк тиҙәрме икән?

Имен булһын юлдарың
Имен булһын юлдарың

Әгәр шулай уйлаһалар, хаталанмайҙар. Таймаҫ егете Айназ Бикмөхәмәтов - аҡ толпарҙың эйәрендә ултырған принц, бәһелеүән, ата-әсәһенең таянысы, ғорурлығы. Бөгөн таңда ул ил һаҡларға юлланды.

Әле генә, бәләкәй булып, Таймаҫ урамдары буйлап йүгереп йөрөй ине, әле, ҡара: әсәһенең генә түгел, атаһының да башы аша ҡарап тора! Ай, наҙ тип, иркәләп кенә ҡушҡан инеләр исемен, наҙҙары, ана, ситкә китеп бара - бурысын үтәргә.
Йөрөгән юлдарың имен булһын, унда тик яҡшы кешеләргә генә юлығырға яҙһын. Беҙ барыбыҙ ҙа, атай-әсәйең, туғандарың, ауылдаштарың, һине һағынып, наҙҙарҙы сайпылтмай, көтөп торорбоҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: