Все новости
Әрме
5 Апреля 2022, 13:56

Йәшлек дауамлы булһын

Егеттәрҙең йөҙөндә ул-был хәүеф юҡ, "Ил саҡырғас, яуға киттек йәмле йәй иртәһендә" тип йырланған кеүек, әрмегә барабыҙ тип, тикшерелеп йөрөйҙәр. 

Йәшлек дауамлы булһын
Йәшлек дауамлы булһын

Яуға түгел инде, тыныс хеҙмәткә (шулай була күрһен). Үҙебеҙҙең дә ошондай саҡтар иҫкә төшөп китте. Ябай, бер ҡатлы ауыл малайҙары. Военкоматҡа килгәнсе үк оло абзыйҙар ҡурҡыта ине. Бараһың, сыр яланғас сисендереп, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөтәләр, теге ереңде шулайтып ҡарайҙар, был ереңде былайтып тикшерәләр. Линейка менән бер ереңә һуғалар.... Барғайныҡ, алдағандарын белдек, береһе лә бер ергә лә һуҡманы, шәрә килеш йөрөтмәне.
Медицина тикшеренеүен бөткәс, комиссия алдына баҫтырҙылар, был нимәгә эшкинә икән тигән кеүек, баһа бирҙеләр.
- Тәк. Космический войска һиңә.
Бына ғәләмәт. Космосҡа осормаҡсылар әллә. Шәп булыр ине. Ауылға ҡайтып төшһәң..... Йығылыр ҙа китерҙәр ине, Гагаринды ҡаршылаған һымаҡ, бәлки, урамдар буйлап лимузинда йөрөтөрҙәр, сәскәләр, ҡыҙҙар... 

- Ниндәй хоббийың бар?
- Әллә. Китап уҡырға яратам.
- Ә ниндәй авторҙы?
Кемде әйтергә? Ноғман Мусин йәки Рәшит Солтангәрәев тип ваҡланып тороп булмай бит инде, ултырғандар йыйын урыҫ. Ярар, булғас, булһын:
- Достоевский!
- Атаҡ. Хәтәр икән. Ә армияға барғас, береһен дә, Родион Раскольников һымаҡ, балта менән сапҡыламайһыңмы?
- Юҡ.
- Ярар, китап яратҡас, китапханала ғына эшләп, хеҙмәт итеп ултырырһың. 
Бына һиңә, әле генә космос тип хыялланған кешене ергә төшөрҙөләр... 
Ошондай хәтерләүҙәр уятты егеттәр. Туҡһанынсы йылдар, армияла йүнле кейем дә юҡ, фәҡир ваҡыт ине (форманы ҡай саҡ үҙебеҙ һатып алдыҡ), барыбер күңелле ине - йәшлек, хәҙер кире ҡайтарабыҙ, армияға бараһыңмы тиһәләр, ике уйлап та тормаҫ инем.
Әрмегә тип дәртләнеп йөрөгән малайҙарға  эстән генә теләк теләп киттек: имен ҡайтығыҙ, бөтөн ҡайтығыҙ. Йәшлекте  әле дауам итәһе бар. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: