Все новости
Әрме
19 Июня 2022, 11:18

Имен йөрөп ҡайт, һалдат

Иртәндән алып Яманғол ауылы, тау артында ниҙәр бар тигән шикелле, үрелеп-үрелеп ҡырҙарға ҡарап торған кеүек.  

Имен йөрөп ҡайт, һалдат
Имен йөрөп ҡайт, һалдат
Бөгөн улар улдарын әрмегә оҙатты. 
Роберт Галин яңы ғына Ишембай нефть колледжын тамамлап, ҡулына диплом тотоп ҡайтты. Рәхәтләнеп, тыуып-үҫкән ҡырҙарын гиҙеп, әсәй ҡосағында ял итергә лә өлгөрмәне - илде һаҡларға китергә кәрәк. Бөтөн ауыл, бер булып, Робертты оҙатырға килде, үҙҙәренең малайҙары бит, үҙ ҡандары: имен йөрөп ҡайт, һалдат. Ата-әсәһе, Миләүшә апай менән Рәйес абзыйҙарға, бер яҡтан ҡыуаныс, ана ниндәй бөркөткә ҡанат ҡуйҙылар, икенсе яҡтан борсолоу ҙа юҡ түгел, ни тиһәң дә, Роберттары күрше ауылға ҡунаҡҡа китеп бармай. 
Юлдарың хәйерле булһын, Роберт, фәрештәләр артыңдан бер тотам да ҡалмай йөрөһөн. Һин ҡайтҡансы Яманғол ҡырҙары, бынауы сылтырап ятҡан Туғыҙтимер йылғаһы түҙемле генә һине көтөп торор. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: