Все новости
Әрме
29 Июня 2022, 16:22

Һалдат һурпаһын тәмләгән

Ялсыҡай ауылында күп балалы ғаиләләр етәрлек.

Һалдат һурпаһын тәмләгән
Һалдат һурпаһын тәмләгән

Шуларҙың береһе, биш малайға ғүмер бүләк итеүсе, Илнур һәм Зилә Хөсәйеновтарҙы күреп күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Улдарының һәр береһенә матур тәрбиә биреп, уҡытып, хеҙмәт һөйөүсән, тырыш, аҡыллы итеп үҫтерә улар.
Ошо көндәрҙә, Хөсәйеновтарҙың уртансы улдары Ислам, Күмертау тау колледжын тамамлап, диплом эшен уңышлы яҡлағандан һуң, ил алдындағы бурысын үтәргә тип әрме сафтарына алынды. Егеттәргә тәғәйен бурысын үтәр юлға сыҡҡан Исламды, барлыҡ туғандары, яҡын, ғәзиз кешеләре ҙур табын артына йыйылып, барлыҡ йолаларҙы үтәп оҙатып ҡалды, изге теләктәргә барлыҡ ауылдаштары ла ихлас ҡушылды. Хәрби бүлеү буйынса Иркутск ҡалаһының ракета ғәскәрҙәренә эләккән егетебеҙ, тейеш урынына иҫән-һау барып етеп, һалдат һурпаһын тәмләп тә ҡараған инде.

Материал тулы килеш гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: