Все новости
Әрме
28 Июля 2022, 10:36

Иҫән-һау ҡайтһындар

Күптән түгел, дүрт күҙ менән көтөп торған әсәһен, атаһын, яҡындарын ҡыуандырып, Таймаҫ егете Айгиз Ғайнислам улы Ишморатов, хәрби хеҙмәт юлы үтеп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты.

Иҫән-һау ҡайтһындар
Иҫән-һау ҡайтһындар

- Әрме хеҙмәте – ул тормош дәресе, ил алдында изге бурыс. Һәр көслө зат был һынау аша үтергә тейеш тә ул тик әсәйҙәр өсөн ғәзиз балаһын үҙенән айырып ебәреү бигерәк ауыр. Бала өсөн хафаланып, йоҡоһоҙ төндәр үткәргән дә булды. Шулай ҙа хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди һынау уҙып, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта. Улымдың уңышлы хеҙмәт итеп ҡайтыуына мин сикһеҙ шатмын. Әрме сафтарына алынған егеттәр туған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыуын теләйем, Аллаһы Тәғәләгә барыһына ла именлек бирһен, - ти һалдаттың әсәһе Розалия Тимерхан ҡыҙы.

Материал тулы килеш үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: