Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары. Таяҡтың иң ауыры уға төшәлер, һорауҙар, ялыуҙар, ялбарыуҙар...
Максим Пержинский менән осраштыҡ. Ысынында, беҙҙең дә һорауҙар күбәйеп киткәйне, комиссар барыһына ла яуап бирҙе (яраған миҡдарҙа).
Әле армияға саҡырылыу кампанияһы бара, был турала ла һораштыҡ.
- Көҙгө саҡырылышта (ел декабрь айы бөткәнсе барасаҡ) район һәм ҡаланан һәммәһе 80 егетте ебәрергә тейешбеҙ. Саҡырылыш ауырыраҡ бара, егеттәрҙең һаулығы насар. Бәләкәй саҡтан спорт менән шөғөлләнһендәр ине - был кәңәште әллә нисә йылдар ҡабатлайбыҙ. Йәнә бер һүҙ: күп ата-әсәләр малайым яу ҡырына эләгер тип ҡурҡа, срочниктарҙың береһе лә махсус операция барған ергә эләкмәйәсәк.
Бер-беребеҙгә уңыштар теләп, хушлаштыҡ. Уңыш - әле беҙгә иң кәрәге ошолор.