Все новости
Әрме
15 Января 2023, 09:24

Аллаһы Тәғәлә һаҡлап йөрөтһөн

- Ныҡ һағындым улымды.

Аллаһы Тәғәлә һаҡлап йөрөтһөн
Аллаһы Тәғәлә һаҡлап йөрөтһөн

Шайморатов исемендәге батальон яугире, Көйөргәҙе районы егете А. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ҡоролтайы исеменән махсус операция барышында ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Июль айында, үҙ теләге менән, Шайморатовтар рәтендә махсус операцияға юлланғайны ул.
- Ныҡ һағындым улымды, еңмәйенсә ҡайтмайым тине ул. Июль айында илде һаҡлайым тип, махсус операцияға юлланды. Кейем бирәләр, ашаталар, барыһы ла яҡшы. Бер ҡасан да зарланғаны булманы. Бәләкәйҙән тырыш булып үҫте. Өйҙә ҡыҙы бигерәк һағынған атаһын, атайым беҙҙе, илебеҙҙе һаҡлаймы тип, һорауҙар бирә. Атаһы менән ғорурлана бәләкәсебеҙ. Иҫән генә йөрөһөн тип, доғалар ҡылам, күмәкләшеп, ҡаршы алырға яҙһын һалдатыбыҙҙы.
Улым исеменән рәхмәт еткергем килә Күмертау ҡала хакимиәте башлығы Олег Фроловҡа, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы Юнир Сынбулатовҡа гуманитар ярҙам ебәреп торалар, тине ул. Шулай уҡ үҙем исемемдәндә рәхмәттәрем сикһеҙ, яңыраҡ ике машина утын килтерҙеләр,- тип һөйләне беҙгә яугир әсәһе Рита.
Яҡташыбыҙ менән беҙ ҙә ғорурланабыҙ, тыуған илеңә яҡшы хәбәрҙәр менән ҡайтырға яҙһын. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, Аллаһы Тәғәлә һаҡлап йөрөтһөн.

Материал тулы килеш гәзиттә йыл аҙағында донъя күрҙе. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: