Кисә Көйөргәҙе районы егеттәре фото ебәрҙе. Яуҙа йөрөгәндә бындай матурлыҡ икенсерәк күренә-тойола, ҡәҙере арта, күрәһең. Бында - яҙ тинеләр. Беҙҙә сәскә ҡайғыһы юҡ - хәлдәрегеҙ нисек? Барыһы ла арыу, - егеттәрҙең кәйефе яҙға торошло.
Артта ҡалды тәүге һөйөү
Һинһеҙ йылдар үтәләр
Әйтер һүҙҙәр, минең күҙҙәр
Һине һаман көтәләр
Яҙҙар һайын сәскә өҙҙөм
Мине ғәфү итегеҙ
Яҙҙар һайын ҡайтҡан ҡоштар
Минән сәләм әйтегеҙ
Шул яҙҙарҙа ниңә өҙҙөм
Тауҙа үҫкән гөлдәрҙе
Ниңә инде, ниңә түҙҙем
Һиңә әйтмәй һүҙҙәрҙе
Һиңә тиеп тәүге тапҡыр
Ал сәскәләр мин өҙгәйнем
Һинең өсөн, һөйөү өсөн
Мин ҡайтырмын тигәйнем.
Сәләмегеҙҙе алдыҡ. Беҙҙән дә һеҙгә ҡайнар сәләм:
- Һөйөүегеҙ артта ҡалманы, барыһы ла алда әле. Әйтер һүҙҙәр, беҙҙең күҙҙәр һеҙҙе көтәләр. Ҡайтығыҙ.