Все новости
Әрме
20 Октября 2023, 12:30

Тәүге “Ярҙам поезы” Күмертауға килде

Унда СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала.

Тәүге “Ярҙам поезы” Күмертауға килде
Тәүге “Ярҙам поезы” Күмертауға килде

“Ватанды һаҡлаусылар” фонды махсус хәрби операция ветерандарына,
Һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә, төрлө өлкәлә ярҙам алыу йәһәтенән, республикабыҙҙың район һәм ҡалаларына “Ярҙам поезы” ебәрә башланы. Тәүге поезд Күмертауға килде. Улар, бөгөн иртәнге сәғәт 10-дан төшкө сәғәт 3-кә тиклем, Күмертау балалар ижады үҙәгендә мәғариф, медицина, Ер һәм мөлкәт, ауыл хужалығы министрлығынан ярҙам, юристан, нотариустан, банк хеҙмәткәрҙәренән, пенсия фондынан консультация алыу өсөн мөрәжәғәт итә алалар.

Автор:
Читайте нас: