Все новости
Рухиәт
28 Мая 2019, 12:41

Стәрленән бүләк менән

Быйыл башҡорт әҙәбиәтенең классигы, «Кинйә» роман-эпопеяһының авторы Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы республикабыҙ йәмәғәтселеге, әҙәбиәт һөйөүселәр төрлө мәҙәни саралар менән билдәләй.

Быйыл башҡорт әҙәбиәтенең классигы, «Кинйә» роман-эпопеяһының авторы Ғәли Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы республикабыҙ йәмәғәтселеге, әҙәбиәт һөйөүселәр төрлө мәҙәни саралар менән билдәләй. Был аҙнала әҙиптең тыуған ҡалаһы Стәрлетамаҡта ла уның тормошо һәм ижадына арналған сара үтте. Мин унда Кинйә Арыҫланов исемендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында уға арналған витриналағы экспонаттар, Ғәли ағайҙың «Кинйә» романын ижад иткән йылдарында беҙҙең яҡтарға килеп нисек итеп халыҡ менән аралашыуы, ер-һыу атамаларын өйрәнеүе хаҡында һөйләнем. Күптәр Кинйә музейы хаҡында аҙ хәбәрҙар, шуға күрә уларҙы был мәҙәниәт усағына экскурсияға килергә саҡырҙым.

Хәтер кисәһендә Өфөнән яҙыусы һәм ғалим Мирас Иҙелбаев, Ғәли Ибраһимовтың ҡыҙы, Таймаҫ ауылы килене Һөйөклө Ибраһимова ҡатнашты. Һөйөклө апай музейға «Кинйә» романының 2016-2018 йылдарҙа донъя күргән өс томлыҡ яңы баҫмаһын автограф менән бүләк итте.

Был сарала Стәрлетамаҡта йәшәүсе, Туғай Кинйәһендә тыуып үҫкән шағир, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әхсән Хәлилов та ҡатнашты. Беҙ, Бәләкәй Муса ауылы егете Айнур Ҡәҙимов һәм мин, яҡташыбыҙ менән иҫтәлеккә фотоға ла төштөк.
Читайте нас: