Все новости
Рухиәт
7 Июня 2019, 12:31

Ғаләм шағиры музейы - беҙҙә

Кисә бөйөк рус шағиры, яҙыусы, драматург Александр Пушкиндың тыуыуына 220 йыл тулды. Бындай ҙур дата булғас, әлбиттә, беҙҙең Шәбағыш музейы ла ситтә ҡала алманы, унда ошо юбилейға арналған матур байрам үтте.

Кисә бөйөк рус шағиры, яҙыусы, драматург Александр Пушкиндың тыуыуына 220 йыл тулды. Бындай ҙур дата булғас, әлбиттә, беҙҙең Шәбағыш музейы ла ситтә ҡала алманы, унда ошо юбилейға арналған матур байрам үтте. Әйткәндәй, бында йыл да шағирыбыҙҙың тыуған көнөн билдәләйҙәр.

Байрам төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы музей директоры, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рафиҡ Әминов тарафынан мәктәп эсендә урынлаштырылған күргәҙмәләр менән таныштырыуҙан, музейға сәйәхәт ойоштороуҙан башланды (бында Пушкинға ҡағылышлы уникаль экспонаттар бар икәнен күптәр белә).

- Беҙҙең музейыбыҙҙы барлығы 200 меңдән артыҡ кеше килеп күрҙе. Төркиәнән, Германиянан, Болгариянан, Швециянан һәм башҡа ерҙәрҙән дә ҡунаҡтар булды. Шулай уҡ академиктар, профессорҙар, аспиранттар, студенттар һәм уҡыусылар ҙа беҙҙең даими ҡунаҡтар. Бында Александр Пушкинға бәйле 40 меңләгән материал тупланған, - тип һөйләне Рафиҡ Ғибадрахман улы музей менән таныштырып. Артабан һүҙҙе район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов алды.

- А.С. Пушкин рустыҡы, Рәсәйҙеке, хатта бөтә Ер шарыныҡы ғына түгел, ә бар ғаләм шағиры. Бөйөк шағир беҙҙе бала саҡтан оҙата бара, уның ижады мәңге беҙҙең йөрәктә. Әгәр ҙә ҡасан да булһа сит планетала йәшәгән йән эйәләре килеп сыҡһа, улар мотлаҡ тәү сиратта Пушкин шиғырҙарын уҡырға өйрәнерҙәр ине, тип уйлайым. Хөрмәтле балалар һеҙ ҙә А. Пушкиндың ижадын уҡығыҙ, өйрәнегеҙ һәм онотмағыҙ. Барығыҙҙы ла бөйөк шәхесебеҙ булған Пушкиндың юбилейы менән ҡотлайым. Шәбағыш ауылында билдәле һәм матур музей булдырған Рафиҡ Әминев ҙур эш башҡара. Рафиҡ Ғибадрахман улы һеҙгә рәхмәт һәм артабан да уңыштар теләйем, - тип Рәхмәт хаты тапшырҙы Юлай Талха улы музей директорына.

Аҙаҡ сарала республикабыҙҙың төрлө ҡалаларынан килгән яҙыусылар ойошмалары ағзалары сығыш яһаны. Шәбағыш мәктәбе уҡыусылары әҙерләгән театрлаштырылған тамаша күрһәтелде.

Юбилей мәктәп ишек алдында ҡуйылған бөйөк шағирыбыҙ А. Пушкиндың һәйкәленә сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Читайте нас: