Все новости
Рухиәт
2 Августа 2019, 11:36

Ҡамыш түгел инде

Күмертауҙа йәшәүсе Ринат Низаметдинов хаҡында күп яҙҙыҡ. Ҡала буйлап тышына СССР символикаһы төшөрөлгән иҫке Газикта китеп барған кешене күрһәгеҙ, ул шул булыр.

Күмертауҙа йәшәүсе Ринат Низаметдинов хаҡында күп яҙҙыҡ. Ҡала буйлап тышына СССР символикаһы төшөрөлгән иҫке Газикта китеп барған кешене күрһәгеҙ, ул шул булыр. Йорто янына Сталин бюсын ҡуйҙы, «Шуриктың мажаралары» киноһындағы һымаҡ машинаны ла ҡуйҙы. Йорто эсе, ғөмүмән, торғаны менән бер музей, бар экспонаттар Советтар дәүеренә ҡағыла, бигерәк тә Милләттәр атаһы иҫтәлегенә бәйлеләре күп. Ринат Нури улы, бөгөнгө көндә беҙгә тап Сталин етмәй, эх, шуны торғоҙғанда, тип ҡайғыра, коррупцияны бөтөрөр, шашҡан түрәләрҙе-байҙарҙы тиҙ урындарына ултыртыр ине, ти.

Ишек алдында тирмәгә оҡшаш бер ҡаралты бар, уның эсендә лә әллә күпме экспонат. Яңыраҡ ошо тирмәһенең ҡыйығын ел осороп алып киткән, ә ҡыйыҡ ҡамыштан ине. Ринат ағай тотҡан да Күмертау башлығына барған, был экспонаттар ҡала ғорурлығы, ә минең пенсия аҙ, ярҙам итегеҙ, тигән. Ҡала хакимиәте башлығы Олег Фролов Сталинды һағыналырмы, юҡмы, Совет власына нисек ҡарайҙыр, әммә Р. Низаметдиновҡа ярҙам иткән, кәрәкле материалды биргән. Материалы ҡамыш түгел инде, шулай ҙа шәп булып ҡалған, быныһы оҙаҡҡараҡҡа ла етер әле, моғайын.
Читайте нас: