Все новости
Рухиәт
1 Октября 2019, 12:49

Ҡәҙерен белгәнгә байлыҡ

Ҡайһы берәүҙәр почтальондарҙы, кешегә гәзит-журнал таратаһы урынға туҡмастыр, сәйҙер, көрпәлер һата, тип һүгәләр. Әллә инде, дөрөҫ әйтәләрме-юҡмы, белмәйбеҙ, ә бына китапханасыларҙың халыҡҡа таратырға көрпә-мөрпәһе юҡ, ҡулдарында бары тик китап та гәзит кенә. Яңы Таймаҫта, ана, китапханасы Зөлфиә Абдуллина, начальство беҙгә һатыу итергә зиннәтле әйбер бирмәй, тип бер ҙә аптырап ултырмай: ҡулында булған рухи байлыҡты кешеләрҙең өйөнә алып барып өләшә. Китап, журналдар ҡәҙерен белгән кешегә донъялағы иң ҙур байлыҡ инде ул. Шуға күрә ауыл халҡы китапханасының ҡулынан уларҙы теләп алып уҡый. Зөлфиә менән бер рәттән почтальон да өйҙәр буйлап гәзит, журналдар, һирәкләп хаттар тарата (Хәҙер хат яҙыу йолаһы бөттө, интернет, кеҫә телефоны заманы бит). Уны ла буш сығармаһағыҙ, районыбыҙ менән ҡалабыҙҙа туған телебеҙҙә донъя күреүсе берҙән-бер «Юшатыр» гәзитенә лә яҙылһағыҙ ине. Иш янына ҡуш тигәндәй, китап уҡып хушһынғас, гәзиттән һуңғы яңылыҡтарҙы ла белһәгеҙ, күңелегеҙ бөтөн булыр.

Т. МОҠАСОВ
Читайте нас: