Все новости
Рухиәт
10 Января 2020, 13:10

Ҡаурый ҡәләм

https://yshatir.rbsmi.ru/

Яңы йылда теләктәрем
Сулпан Миңлебаева
Был йылда ла ихлас теләйем мин
һәр кемгә лә шатлыҡ, ҡыуаныстар.
Осрап торһон, тимен, йыл буйына
күңелдәрҙе имләр йыуаныстар.
Бәхетһеҙҙәр булһа-бәхет тапһын,
парһыҙ йәндәр булһа-үҙ парҙарын.
Ыңғай ғына барып тормоштары,
онотһондар ине аһ-зарҙарын.
Күпләп тыуһын ине бәпестәр ҙә-
йән биргәнгә йүне табылыр ул.
Бәхетленән тыуһа бәхетле йән-
шатлыҡтарға шатлыҡ яғылыр ул.
Ҡот ташлаған ҡотһоҙ өйҙәргә лә
ҡайтһын ине быйыл ҡот, ырыҫтар.
Һәм булмаһын ине Ер шарында
йән микнәтер ыҙғыш, ҡаңғырыштар.
Аяҙ булһын күктәр, Ҡояш көлһөн...
Шом баҫмаһын бер үк, йөрәктәрҙе.
Арабыҙҙа хөсөт йөрөмәһен -
өҙмәһенсе йәнде, үҙәктәрҙе.
Һәр кемгә лә урын етер әле -
бәҫәрмәйек күңел тарлығынан.
Ошо йылда, зинһар, арынайыҡ
мин-минлектең осһоҙ ярлығынан.
Йәм тапһындар ҡарттар ҡартлығынан,
йәшәһендәр күрмәй бер нужа ла.
Ил хәстәрен хатта минутҡа ла
онотмаһын ине бер хужа ла.
Ел-дауылға йәштәр бирешмәһен,
ҡалҡан булып беҙгә, йәшәһендәр.
"Ил","тел" тиеп типһен йөрәктәре,
күкрәр саҡта күкрәп, йәшнәһендәр.
...Еткерҙем мин һеҙҙең һәммәгеҙгә
был йылда ла ихлас теләктәрем.
Алырһығыҙ, бәлки, ҡабул итеп
үҙегеҙгә генә кәрәктәрен.
РУХҺЫҘЛЫҠҠА – ҠАРЫМТА
Тимер Ниәтшин
Иптәш!
Ярһыуҙа ла түҙем бар.
Тыңла!
Һиңә әйтер һүҙем бар:
Ойотҡос көй көйләп,
Шыма хәбәр һөйләп
Тотҡан рухһыҙлыҡҡа-ҡарымта.
Минең рухым ташҡын,
Һинеке лә ташһын –
Сәсрәп китһен ҡулай ҡалыптар.
Нҽфселене һөйөп,
Намыҫлыны төйөп,
Тотҡан рухһыҙлыҡҡа-ҡарымта.
Минән осһа осҡон,
Һинән ялҡын осһон –
Боҫоп ҡалма ҡарап ярыҡтан.
Туған телен белмәй,
Туған илен һөймәй
Тотҡан рухһыҙлыҡҡа-ҡарымта.
Мин йылмайһам ҡапыл,
Һин ҡояштай балҡы –
Ер йылынһын беҙҙең ҡараштан.
Тиҙҙән ҡоштар ҡайтыр,
Яҙғы таңдар атыр,
Йырлап ҡалҡыр яңы оялар.
Кемдҽр моңһоҙ бөгөн,
Кемдҽр өһөҙ бөгөн –
Ил алдында шулар оялыр.
ТУҒАН ТЕЛ
Рәмилә Иҫәнғолова
Туған тел ул – Ҡояш. Һүҙ – нурҙары –
Күңелдәрҙе арбап, иркәләй.
Йөрәккә дәрт,беләккә көс бирә,
Балҡып тыуған йәйге иртәләй.
Туған тел ул – урғып сыҡҡан Шишмә,
Көн дә беҙҙең эсәр һыуыбыҙ.
Тамсылары – әйткән һүҙҙәребеҙ,
Селтер-селтер аға йырыбыҙ.
Туған тел ул – Һауа, аҡ болоттар,
Һулышыбыҙ – әйтер һүҙебеҙ.
Баш өҫтөндә аяҙ,зәп-зәңгәр күк –
Булмышыбыҙ,беҙҙең йөҙөбөҙ.
Туған тел ул – беҙҙең йәшәгән Ер,
Һәр тупрағы – изге һүҙебеҙ.
Ашата ла, үҫтерә лә беҙҙе –
Уға бәйле һәр бер көнөбөҙ.
...Яҡты нурҙар сәсһен Ҡояшыбыҙ,
Урғып сыҡһын яңы Шишмәләр,
Һулышыбыҙ – иркен, ә күк – аяҙ,
Тыныслыҡта атһын иртәләр!
Йәшәү өсөнн беҙгә берҙәй кәрәк
Ҡояш, Һыу һәм Һауа, Еребеҙ.
Күңелдәрҙә яңы йырҙар тыуһын,
Сәскә атһын туған телебеҙ!
Ваҡыт һүтә үҙенең йомғағын
Хәмзә Ишдәүләтова
Ваҡыт һүтә үҙенең йомғағын,
Сәғәттәрҙе, айҙар, йылдарҙы.
Көндө ҡаршылап, төндө оҙатып,
Һиҙмәй ҡалдым ғүмер уҙғанын.
Югәнле ат түгел үткән ғүмер,
Теҙген тартып булмай туҡтатып.
Кисә генә маңҡа малай инем,
Бөгөн бабай, торам шаҡ ҡатып.
Кисә генә сыбыҡ атта саптым,
Бөгөн ҡулда юлдаш, таяғым.
Ә иртәгә бәлки түшәгемә ауып,
Ҡаршылармын ғүмер аҙағын.
Тыуым булғас, үлем йәнәшәлә,
Кеше шуны аңлай ҡартлыҡта.
Өс көнлөк эштәре тороп ҡала,
Зарлана ул етмәҫ ваҡытҡа.
Кеше шуны аңлай ҡартлыҡта.
Туғаныма
Рәмилә Ҡужакова
Туғаным - яҙмышым бүләге,
Был ерҙә һин тере хазинам.
Өшөгәндә йәнем мин һаман,
Йылы эҙләп һиңә һыйынам.
Тик һиңә сисәм мин серҙәрем,
Беләм серем сыҡмай яттарға.
Был тормоштоң әсе еленән,
Әҙерһең һин мине яҡларға.
Туғаным, ҡәҙерлем һин минең,
Донъямдың иң сағыу биҙәге.
Булайым үҙем дә гел һиңә
Ышанып таяныр терәгең.
Кәртәме ҙур юлдар араһы?!
Йән тарта, ҡан тарта туғанды.
Аллаһым ярата йышыраҡ,
Хәлдәрҙе белешеп торғанды.
Оҙатам йөрәгем түренән
Ағылған мең рәхмәт һүҙемде.
Үтелһен ғүмерең аһ-зарһыҙ,
Аяһын яҙмышың үҙеңде.
Минең телем
Рәмилә Ҡужаҡова
Телем гүйә сағыу сәскә
Болондағы.
Милләтемдең хазинаһы
Борондағы.
Тотондолар тел – гөлөмә
Ҡул һуҙырға.
Ер өҫтөнән бөтөнләйгә
Ҡороторға.
Яйлап ҡына ер тамырын
Кимерәләр.
Ҡоротҡостар тел һоғоноп
“һимерәләр”.
Кемгә,ниңә оҡшамайҙыр
Тел – гөлкәйем?!
Оран һала һутын биргән
Ил – еркәйем;
-Телегеҙҙе ағыу – ыуҙан
Ҡотҡарығыҙ!
Ул –берҙән – бер милләт һаҡлар
Ҡоралығыҙ.
Былай барһа, юҡ итерҙәр
Гөлөгөҙҙө.
Алып бөтөп баралар бит
Ерегеҙҙе.
Дошмандарҙың ниәтенән
Һаҡланығыҙ.
Һеҙ киләсәк тураһында
Уйланығыҙ!
Дошмандан да ҡурҡынысы-
Битарфлыҡ.
Телебеҙҙе һаҡлап ҡалыр
Бары – дуҫлыҡ!
Ҡарашымда наҙҙар...
Рима Арыҫланова
Ҡарашымда наҙҙар
Тояһыңмы?
Күрмәмештәр булып
Тыяһыңмы?
Сайпылырға әҙер
Тойғоларым.
Һөйөү мөлдөрәмә
тойоламы?
Хистәремдең ялҡындары
Туңдырмаҫтар...
Һиҙмәмешкә һалышһаң да
Тындырмаҫтар...
Йәштәргә әйтер һүҙем
Гөлсөм СӘЛИХОВА
Аҡһары ауылы
Кеше булыр кешенең
Кеше менән эше бар.
Кеше булмаҫ кешенең
Кешелә ни эше бар?!
Хөрмәтте күргең килһә,
Кешегә хөрмәтле бул!
Изгелек күргең килһә,
Һәр саҡ изгелекле бул!
Яман һүҙҙәр ишетһәң дә
Кешегә теш ҡайрама!
Күҙгә-күҙ ҡарап һөйләш,
Сикәң менән ҡарама!
Мохтажлы ҡулын һуҙһа,
Ҡулын мәхрүм ҡалдырма!
Көсһөҙҙәр арҡа терәһә,
Арҡа-билен һындырма!
Изгелек эшләп ҡуйып,
Башыңды күккә сөймә!
Яҡшылыҡ ерҙә ҡалмаҫ,
Белекһеҙ ти(е)п көймә!
Боҫло ашты бора баҫма,
Өйөңә ырыҫ ҡунмаҫ!
Аҡһаҡалдың юлын ҡыйма,
Бараһы юлың уңмаҫ!
Был донъяға ҡып яланғас
Килгәнеңде онотма!
Баҡыйлыҡҡа ҡып яланғас
Китәһеңде онотма!
Үргә ҡарап фекер ит,
Түбән ҡарап шөкөр ит!
Теүәл аҡыл биргән
Аллаһыңа зекер ит!
Читайте нас: