Беҙ икебеҙ ике төрлө,
Сөнки һин – һыу, ә мин – ут.
Әл дә һин – һыу, мин ҡабынһам,
Һүндерәһең шул минут.
Һөйөүем дә ут - ялҡынлы
Ялмар янғын шикелле.
Йөрәгемдәге ялҡынды
Һүндереүең икеле.
Янырмын да, яндырырмын,
Һис ҡалдырмам күмергә.
Бер ҡабынған һөйөү уты
Беләм – һүнмәҫ ғүмергә.
(июнь, 2020)
Рәмилә Кужакова
Иҫке Мораптал ауылы