Все новости
Рухиәт
28 Июня 2020, 19:30

Тәбиғәт уянды

#шиғриәтминуттары #минутыпоэзии #илһам #вдохновение

Тәбиғәт уянды
Урмандар йәшелгә кейенде,
Далалар сәскәгә күмелде.
Яланда хуш еҫтәр таралды,
Тәбиғәт бөтөнләй уянды.
Йәнлектәр тауыштар таратып,
Йоҡонан уянып сығалар.
Һауала йырҙарын яңғыратып,
Ҡыуанып ҡоштар осалар.
Күктә ҡояш йылмая,
Нурҙары ергә һибелә.
Йылы нурҙарға иркәләп,
Үләндәр ҡояшҡа үрелә.
Бөжәктәр япраҡтан эсәләр
Иртәнге ысыҡтың шифаһын,
Бал-ҡорттар сәскәнән йыялар
Иң тәмле шәкәрле татлыһын.
Күбәләк хәс вальста әйләнеп,
Сәскәнән сәскәгә күмелә.
Үрмәксе ботаҡты уратып,
Ояһы һүрәтен төшөрә.
Аяҙ зәңгәр һауала
Ап-аҡ болоттар йөҙәләр,
Йәйҙе ҡаршы алырға
Йылы елдәр иҫәләр.
Ирина ИШҠОЛОВА
Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: