Төйлөгән районы намыҫын Аллабирҙе урта дөйөм белем биреү мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Әлиә Филүз ҡыҙы Төркмәнова яҡланы. 18 уҡытыусы араһында 6 урынға сыҡты. Коллегалары, дуҫтары йәш белгестең уңышына ихлас һөйөндө. «Уҡытыусыларҙың иғтибары, йылы һүҙҙәре, ышанысы миңә көс бирҙе. Мәктәп администрацияһына рәхмәтлемен, әҙерләнергә ваҡыт бирҙеләр, Вадим Вәдит улы компьютер яғынан ҙур ярҙам итте. Химия уҡытыусыһы Гөләйшә Әсҡәт ҡыҙы әсәләрсә миңә йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Ғаиләм дә ҙур ярҙам күрһәтте. Минең өсөн барыһы ла шатлана, ҡыуана белеүҙәренә шатмын.Үҙем эшләгән мәктәбемде яҡшы яҡтан ғына бөтә Ырымбур уҡытыусылары алдына иң яҡшы, иң һәйбәт. Иң ҡәҙерле итеп күрһәткем килде. Ауыл мәктәбе булһаҡ та башҡаларҙан ҡалышмаҫҡа тигән маҡсат ҡуйҙым алдыма. Конкурс мине бик күп нәмәгә өйрәтте», - ти конкурсант. Эйе, Әлиә йәш булыуына ҡарамаҫтан Төйлөгән районы буйынса үҙ предметынан призерҙар әҙерләне, уҡыусыларын төрлө ярыштарға алып сыҡты, балаларҙың сифатлы белемдәре өсөн барлыҡ көсөн һалып хеҙмәт итә.
Балаларҙы ихлас ярата, талапсан, тырыш уҡытыусы дәресенең бер минутын да бушҡа сарыф итмәй, тәнәфес ваҡыттарында ла уҡыусылары педагогты һырып ала. 45 минут эсендә алған белемдәрен дәрестән тыш сараларҙа ҡулланырға мөмкинселек бирә балаларға уҡытыусы.
Әлиә Ырымбур педагогия колледжын тамамлағас Аллабирҙе мәктәбендә эш башлай. Мәктәптә 9 йыл буйы инглиз теле серҙәрен аса. Ситтән тороп Ырымбур педагогия институтының инглиз теле уҡытыусылары факультетын тамамлай. Ауылда үҙенең һөйөүен таба, бөгөн Рәсүл менән Әлиә Төркмәновтар ғаиләһендә ике матур ҡыҙ үҫә. Ҡыҙҙары Алһыу быйыл беренсе класҡа уҡырға барҙы. Уҡытыусыһы Ләйлә Ирек ҡыҙын ярата, һәр дәрескә ҡыуанып, шатланып бик теләп йөрөй. Икенсе ҡыҙҙары балалар баҡсаһында тәрбиәләнә.
Ни сәсһәң шуны урырһың, ти халыҡ. Һөнәрен, эшен яратҡан, мәктәбенә тоғро уҡытыусылар барында илдең киләсәге яҡты, өмөтлө. Әҙәпле, инсафлы балалар белемдәрен тормошта иркенләп ҡулланырҙар...
Сания Кузбаева уҡытыусы – ветеран, Ырымбур өлкәһе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы