Все новости
Рухиәт
19 Февраля 2021, 14:30

Ат бар, дәрт бар. Уҡ та булды.

Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын, Аямаған йәнен, түккән ҡанын,Һис бирмәгән башҡорт Уралын, тигән йырҙы яҡуттар шәп башҡара.#Айыҡауыл#Яҡут#Юшатыр#Беҙбергә

Был йырҙы йырларға тулы хоҡуҡтары бар: ауылда шәп аттар етерлек, патриотизмдары күкрәктәрен йыртып бара, уҡ-һаҙаҡ менән проблема ине, уныһын да хәл итеп ҡуйҙылар. Рәмзиә Әбйәлилова: Күмертауҙа уҡ яһаған берәү бар, үҙебеҙҙә "Мәргән уҡсы" тигән түңәрәк асҡас, аптырап торманыҡ, барҙыҡ та шул ирҙәр уҡ һатып алдыҡ.
- Күпме тора ул?
- Төрлөһө бар. Беҙ алғаны 12 мең һум булды. Тиҙҙән тағы ла алабыҙ, саҡ ҡына хәл йыяйыҡ та, булғас, барыһының да уҡтары шәп булһын - Яҡут бит беҙ.
Читайте нас: