Рухиәт
21 Июня 2021, 08:40

Дәртең һүрелмәһен

Ҡай саҡ уны шаяртҡан да булды: ҡайҙа барма, һин йөрөһөң. Бер үҙе генә түгел, бар мөлкәте менән бит, етмәһә. Мөлкәт тигәне - музей ҡомартҡылары. Уның төрлө хәрби кейемдәрен кейеп, фотоға төшмәгән кеше ҡалмағандыр.

Ҡай саҡ уны шаяртҡан да булды: ҡайҙа барма, һин йөрөһөң. Бер үҙе генә түгел, бар мөлкәте менән бит, етмәһә. Мөлкәт тигәне - музей ҡомартҡылары. Уның төрлө хәрби кейемдәрен кейеп фотоға төшмәгән кеше ҡалмағандыр. Минияр Хәйбуллин ағай. Мәңге тынғы белмәҫ ағай, Мәмбәтҡолдан. Бөгөн ҙур юбилейын билдәләй, йыйған ҡомартҡылары кеүек, үҙе лә уникаль кеше. Байрамы менән ҡотларға тип, район хакимиәтенән башлыҡ урынбаҫары Данил Акилов һәм башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов барҙылар.
Беҙ ҙә ҡушылабыҙ ҡотлауҙарға, иҫәнлек һиңә, Минияр ағай, алдағы көндәрҙә лә ҡайҙа ҡарама, шунда йөрөргә, үҙең дә тынғылыҡ белмәй, башҡаларҙы ла һелкетеп, дәртле йәшәргә яҙһын.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас