

Кеше ғүмере ниңә ҡыҫҡа икән,
Бер миҙгелдәй осоп уҙа бит.
Әле генә бала тыуған ине,
Ни арала үҫеп еткән бит.
Мәктәп ишектәрен көскә асып,
Беренсе дәрескә килгәйне.
Ә бөгөн ул ҡулына диплом алып,
Шатлыҡтарға күмде ата-әсәне.
Унан инде беләктәрҙе һыҙғанып,
Сумды бөтмәҫ тормош мәшәҡәтенә.
Һиҙҙермәйсә йылдар үтеп китте,
Килеп етте ғүмер көҙө лә.
Ярай әле тормош бәхеттәрҙә уҙып,
Бер ҡайғыһыҙ итеп йәшәтһә.
Күптәрҙе бит ҡаты сирхау йығып,
Йәшләй алып китте ғаиләнән.
Ә шулай ҙа, дуҫтар, һеҙгә әйтәм,
Ғәҙел тормош ҡороп йәшәйек.
Бер-беребеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт итеп,
Риза булып барыһын кисерәйек.