

...Мәскәүҙә уҡығанда рус ҡыҙына өйләнеүенә хатта М. Кәрим, Н. Нәжмиҙәр риза булмай, ҡаршы киләләр. Шул рус ҡатыны башына етә лә инде. Мәскәүҙән ҡайтҡанда вокзалға төшөп ҡаршы алмай Рәми. Яҙыусылар кәңәшмәһе буламы, асығын ғына белмәйем, шул көндә Рәми аҫылынып үлә. Әлбиттә был хәлде сер итеп һаҡлайҙар. Зыяратҡа ике кешегә - Рәшит Солтангәрәевкә һәм бер шағирға ғына барырға рөхсәт итәләр. Халыҡтың бер осо өйөндә булһа, икенсеһе зыяратта. Бик ҙурлап ерләйҙәр.
Ҡатыны өс бала менән тороп ҡала... Балаларға ярҙам итһәләр ҙә ҡатыны менән аралашмайҙар иптәш-таныштары, уны ғәфү итә алмайҙар.
Хәҙисә СОЛТАНГӘРӘЕВА, Күмертау ҡалаһы
Хәтер тулы килеш йома һанында гәзиттә баҫылды.